Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Титусҡа 3:13 - Изге Яҙма

13 Ҡанун белгесе Зенас менән Аполлосты бер нәмәгә лә мохтаж булмаҫлыҡ итеп юлға оҙатыу хәстәрлеген күр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

13 Ҡанун белгесе Зина менән Аполлосты, бер нәмәгә лә мохтаж булмаҫлыҡ итеп, юлға оҙатыу хәстәрлеген күр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Ҡанун белгесе Зенас менән Аполлосты бер нәмәгә лә мохтаж булмаҫлыҡ итеп юлға оҙатыу хәстәрлеген күр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Титусҡа 3:13
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар араһындағы бер ҡанун белгесе Ғайсаны һынарға теләп:


Бына бер ҡанун белгесе урынынан торҙо ла, Ғайсаны һынарға теләп: – Остаз, мәңгелек тормошто мираҫ итеп алыр өсөн миңә нимә эшләргә? – тине.


Ғайсаның был һүҙҙәренә ҡарата ҡанун белгестәренең берәүһе: – Остаз! Был һүҙҙәрең менән Һин беҙҙе лә рәнйетәһең, – тине.


Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре! Һеҙ белем асҡысын үҙ ҡулығыҙға алдығыҙ: үҙегеҙ ҙә инмәнегеҙ, инергә теләгәндәргә лә юл бирмәнегеҙ.


– Ҡанун буйынса, шәмбе көндө дауаларға яраймы? – тип һораны Ғайса ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙан.


Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә Яхъяның һыуға сумдырыуынан баш тартты. Бының менән улар Алла ихтыярын кире ҡаҡты.


Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Фойникә һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты.


Эфесҡа сығышы менән Искәндәриәнән булған, сәсән телле һәм Яҙманы бик яҡшы белгән Аполлос исемле бер йәһүд килде.


Аполлос Коринҫоста саҡта, Паулус, илдең таулы өлөштәре аша үтеп, Эфесҡа килде. Унда бер нисә шәкертте осратты һәм уларҙан:


Әммә, китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иманлылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡаланан сыҡҡансы оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ.


Утрауҙа йәшәгән кешеләр беҙгә күп хөрмәт күрһәтте, ә китергә йыйынғас, кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итте.


Испанияға китеп барышлай һеҙгә лә һуғылырға йыйынам. Һеҙҙең менән аралашыуҙан бер ни тиклем ләззәт алғандан һуң, миңә унда тиклем барып етергә ярҙам итерһегеҙ, тип өмөтләнәм.


Шуның өсөн бер кем дә уға кәмһетеп ҡарамаһын, минең яныма әйләнеп ҡайта алһын өсөн, юлға именлек менән оҙатығыҙ. Уны мин имандаштар менән бергә көтәм.


Имандашыбыҙ Аполлосҡа килгәндә, мин уның имандаштар менән бергә һеҙгә барыуын ныҡ үтендем, әммә әлегә янығыҙға барырға һис тә теләге юҡ, шулай ҙа уңайы сығыу менән барып етер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ