Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Титусҡа 1:8 - Изге Яҙма

8 ә ҡунаҡсыл, яҡшылыҡҡа ынтылған, тотанаҡлы, ғәҙел, Аллаға тоғролоҡло булһын, үҙен ҡулда тотоуы мотлаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

8 Шул уҡ ваҡытта ҡунаҡсыл, яҡшылыҡҡа ынтылыусан, тотанаҡлы, ғәҙел, Аллаға тоғро булыуы, үҙен ҡулда тотоуы мотлаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 ә ҡунаҡсыл, яҡшылыҡҡа ынтылған, тотанаҡлы, ғәҙел, Аллаға тоғролоҡло булһын, үҙен ҡулда тотоуы мотлаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Титусҡа 1:8
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тир батшаһы Хирам ғүмере буйы Дауыт батша менән дуҫ йәшәне. Сөләймәндең атаһы урынына батша итеп мәсехләнеүен ишетеү менән, илселәр ебәрҙе.


Сөләймәндең хәбәрен ишетеп, Хирам бик ҡыуанды: – Был ишле халыҡҡа идара итеү өсөн Дауытҡа шул тиклем аҡыллы ул биргән Раббы мөбәрәк булһын! – тине.


Һин йөрәгемә текәлдең, Төндә килеп мине һынаның, Бер ниндәй ҙә ғәйеп таба алманың, Ауыҙымдан гонаһ һүҙ сыҡмай минең.


Яуызлыҡты кире ҡағып, яҡшылыҡты үҙ итегеҙ, Ҡала ҡапҡаһы янында хаҡ хөкөмдө тергеҙегеҙ, Бәлки, шул саҡ Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Йософ нәҫеленең иҫән ҡалғандарын аяр.


Ошо ваҡытта Йәрүсәлимдә Шимғон исемле тәҡүә һәм Алланы ололап йәшәгән бер кеше бар ине. Ул Исраилға йыуаныс килерен көтөп ғүмер итте, Изге Рух менән һуғарылғайны.


Паулус тәҡүә булыу, нәфсене тыйыу һәм буласаҡ хөкөм хаҡында һөйләгәндә, Феликс ҡурҡыуға төштө. – Хәҙергә етте, уңайы сыҡҡанда һине саҡырырмын, – тине ул.


Һеҙ иманлылар алдында үҙебеҙҙе ни тиклем изге, ғәҙел һәм эскерһеҙ тотоуыбыҙға һеҙ ҙә, Алла Үҙе лә шаһит.


Етәксе намыҫлы тормош алып барған, ҡатынына тоғро ир, айыҡ аҡыллы, тотанаҡлы, ихтирам ҡаҙанған, ҡунаҡсыл, өйрәтеүгә маһир булырға тейеш,


Бер кем дә һинең йәшеңә кәмһетеп ҡарамаһын; һөйләгән һүҙҙәреңдә лә, йәшәйешеңдә лә, мөхәббәттә лә, иманда ла, сафлыҡта ла иман тотоусылар өсөн өлгө бул.


Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.


Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор, ә Раббыға саф йөрәк менән мөрәжәғәт итеүселәр менән бергә тәҡүәлеккә, иман, мөхәббәт, именлеккә ынтыл.


ҡаты бәғерле, кеше менән һыйыша алмаған, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ, яҡшылыҡҡа нәфрәтле,


Уларға бөтә яҡшы эштәрҙә лә яҡшы өлгө күрһәт, ә өйрәткәндә намыҫыңа тоғро һәм етди бул,


Беҙ үлемдән тормошҡа күскәнебеҙҙе беләбеҙ, сөнки имандаштарыбыҙҙы яратабыҙ. Яратмаған кеше йәшәмәй, ул әлегә үлем хакимлығында.


Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата.


Дауыт Шаул менән һөйләшеп бөткәндә, Йонаҫандың күңеле Дауыттың күңеленә яғылғайны. Йонаҫан уны үҙенең йәнеләй күреп ярата башланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ