Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 37:25 - Изге Яҙма

25 Ул сәрүәр ағасынан хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы яһаны: буйы менән иңе – берәр терһәк, бейеклеге ике терһәк ҙурлығында, дүрткел ине. Мөгөҙҙәре ҡорбан усағы менән бер бөтөн ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

25 Ул сәрүәр ағасынан хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы яһаны: буйы бер терһәк, киңлеге бер терһәк, бейеклеге ике терһәк ҙурлығында, дүрткел ине. Мөгөҙҙәре ҡорбан усағы менән бер бөтөн ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Ул сәрүәр ағасынан хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы яһаны: буйы менән иңе – берәр терһәк, бейеклеге ике терһәк ҙурлығында, дүрткел ине. Мөгөҙҙәре ҡорбан усағы менән бер бөтөн ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 37:25
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә шулай көсәйгәс, Ғуззияһ үҙ башына була маһайып китә һәм Аллаһы Раббыға ҡаршы енәйәт ҡыла. Ул ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтер өсөн Раббы ҡорамына инә.


өҫтәлде һәм уның һауыт-һабаһын, саф алтындан шәмдәлде һәм уның бөтә кәрәк-ярағын, төтәтеү өсөн ҡорбан усағын,


төтәтеү өсөн ҡорбан усағын һәм уға ҡолғаларҙы, мәсех майын һәм төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһын, Изге сатырға инер юлды яба торған ҡорманы;


Шәмдәлгә һәм уның кәрәк-ярағына бер талант саф алтын китте.


Ул уның өҫтөн, ян-яҡтарын һәм мөгөҙҙәрен саф алтын менән көпләне, ситтәрен алтын менән ҡаймаланы.


Хуш еҫ төтәтә торған алтын ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдына урынлаштыр. Изге торлаҡ ауыҙына ҡорма эл.


Һуҡырҙар! Ҡайһыһы мөһимерәк: бүләкме, әллә бүләкте изге итеүсе ҡорбан усағымы?


Беҙҙең ҡорбан усағыбыҙ бар, Изге сатырҙағы хеҙмәтселәрҙең ундағы ҡорбанды ашарға хоҡуғы юҡ.


Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.


Унда хуш еҫ төтәҫләгес алтын ҡорбан усағы һәм алтын менән көпләнгән Килешеү һандығы, майҙә һалынған алтын һауыт, Һарундың бөрөләнгән таяғы һәм килешеү бойороҡтары яҙылған таҡтаташтар урынлаштырылғайны.


һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге ҡаһиндар булырһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ