Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 34:29 - Изге Яҙма

29 Муса Синай тауынан төшкәндә, ҡулына килешеү яҙылған ике таҡтаташ тотҡайны. Раббы менән һөйләшкәнгә күрә йөҙө нур сәсеп тора, әммә Муса үҙе был хаҡта белмәй ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

29 Муса Синай тауынан төшкәндә, ҡулына килешеү яҙылған ике таҡтаташ тотҡайны. Раббы менән һөйләшкәнгә күрә йөҙө нур сәсеп тора, әммә үҙе был хаҡта Муса белмәй ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

29 Муса Синай тауынан төшкәндә, ҡулына килешеү яҙылған ике таҡтаташ тотҡайны. Раббы менән һөйләшкәнгә күрә йөҙө нур сәсеп тора, әммә Муса үҙе был хаҡта белмәй ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 34:29
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Быны күреп, исраилдар бер-береһенән: «Нимә был?» – тип һораша башланылар. – Раббы һеҙгә ризыҡ итеп биргән икмәк был, – тине Муса уларға. –


Синай тауында, Муса менән һүҙен тамамлағас, Алла уға Үҙ бармағы менән яҙған ике таҡтаташты – килешеү таҡтаташтарын бирҙе.


Муса боролдо ла тауҙан төшә башланы. Ул ҡулына ике яғына ла килешеү һүҙҙәре яҙылған ике таҡтаташ тотҡайны.


Исраил халҡы уның йөҙөнән нур һибелгәнен күрер ине. Муса, Раббы менән киләһе һөйләшкәнгә тиклем, йөҙөн йәнә япма менән ябыр булды.


Кем аҡыллы кеше менән тиңләшер, һәр нәмәнең асылын кем аңлатыр? Аҡыл кешенең йөҙөн нурландыра, сырайының ҡырыҫлығын юя.


Шунда Ғайсаның ҡиәфәте күҙ алдарында үҙгәрҙе: йөҙө ҡояштай балҡып китте, ә кейеме күҙҙе ҡамаштырырлыҡ ап-аҡ төҫкә инде.


Ул, әйләнеп килеп, шәкерттәренең тағы йоҡлап ятҡанын күрҙе. Уларҙың күҙҙәрен йоҡо баҫҡайны. Улар Ғайсаға ни әйтергә лә белмәне.


Был һүҙҙәрҙе ул нимә тип әйтергә белмәгәнлектән әйтте, сөнки улар өсөһө лә бик ҡурҡҡайны.


– Мине ниңә эҙләнегеҙ? Атайым Йортонда булырға тейешлегемде белмәнегеҙме ни? – тип яуап бирҙе Ғайса.


Доға ҡылған саҡта Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреп китте, кейеме ялтырап торған аҡ төҫкә инде.


Һауыҡҡан кеше иһә Уның кем икәнен белмәй ине, сөнки Ғайса халыҡ араһына инеп юғалғайны.


Петрус, фәрештәнең был эштәре өндә икәнен аңламайынса, уның артынан төрмәнән сыҡты. Илаһи күренмеш күрәмдер, тип уйлай ине ул.


– Мин, туғандар, уның иң баш ҡаһин икәнен белмәнем, – тине Паулус. – Изге Яҙмала: «Халҡыңдың башлығы тураһында насар һөйләмә», – тип яҙылған бит.


Кәңәшмәлә ултырған бөтә кеше Стефанусҡа текләне, һәм уның йөҙө фәрештәнекенә оҡшаған һымаҡ күренде.


Исраилдар юғала барған данға ҡарамаһын өсөн, йөҙөн бөркәнсек менән ҡаплаған Муса кеүек түгелбеҙ.


Шунан һуң мин, кире боролоп, тауҙан төшөп киттем. Раббының бойороғо буйынса, таҡтаташтарҙы үҙем яһаған һандыҡҡа һалдым. Улар әле лә шунда ята.


Ләкин Рахав шымсыларҙың икәүһен дә йәшерҙе лә батша кешеләренә: – Эйе, миндә ул ирҙәр булғайны. Тик мин уларҙың ҡайҙан килгәнен белмәнем, – тип яуапланы. –


Быны күреп, Ғай батшаһы икенсе көндө иртәнсәк ғәскәре менән Ғарава тигеҙлеге алдындағы алдан билдәләнгән урынға табан исраилдарға ҡаршы һуғышҡа ашыҡты. Әммә ул ҡаланың икенсе яғында боҫҡон ҡуйылғанын белмәй ине.


Уң ҡулында уның ете йондоҙ, ә ауыҙынан ике яғы ла үткер ҡылыс сығып тора. Йөҙө иһә бар ҡөҙрәте менән балҡып торған ҡояштай.


Шунан һуң мин күктән төшкән икенсе ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем. Ул болотҡа төрөнгәйне. Уның баш өҫтөндә йәйғор балҡый, йөҙө ҡояш кеүек, аяҡтары утлы бағана һымаҡ ине.


– Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тине Делила. Шимшон йоҡоһонан уянды: «Элекке һымаҡ ысҡынырмын! – тип уйланы. – Ҡотолормон!» Ул Раббының уны ташлағанын белмәне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ