Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 34:28 - Изге Яҙма

28 Муса Раббы менән ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн булды. Ауыҙына икмәк тә, һыу ҙа ҡапманы. Ул таҡтаташтарға килешеү шарттарын – Ун бойороҡто яҙып ҡуйҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

28 Муса Раббы менән ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн булды. Ауыҙына икмәк тә, һыу ҙа ҡапманы. Ул таҡтаташтарға килешеү шарттарын – Ун бойороҡто яҙып ҡуйҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 Муса Раббы менән ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн булды. Ауыҙына икмәк тә, һыу ҙа ҡапманы. Ул таҡтаташтарға килешеү шарттарын – Ун бойороҡто яҙып ҡуйҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 34:28
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ильяс торҙо, ашаны-эсте, ошо ризыҡ уға ҡырҡ көн, ҡырҡ төн атлап Алланың тауы Хоревҡа барып етерлек көс бирҙе.


Муса, болот эсенә инеп, тау башына күтәрелде һәм унда ҡырҡ көн, ҡырҡ төн булды.


Синай тауында, Муса менән һүҙен тамамлағас, Алла уға Үҙ бармағы менән яҙған ике таҡтаташты – килешеү таҡтаташтарын бирҙе.


Уларҙы Алла Үҙе эшләне, ундағы яҙыуҙарҙы ла Үҙе уйып яҙҙы.


Раббы Мусаға былай тине: – Элеккеләренә оҡшатып, ике таҡтаташ юн. Мин унда һин ярған теге таҡтаташтағы һүҙҙәрҙе тағы яҙырмын.


– Һинең халҡың менән килешеү төҙөйөм, – тип яуапланы Раббы. – Улар алдында бер генә ерҙә лә, бер генә ҡәүемдә лә булмаған хикмәттәр ҡылам. Һин араларында йәшәгән бөтә халыҡтар һинең өсөн Мин Раббы ҡылған бөйөк эштәрҙе күрер.


Тәғәм ризыҡ ҡапмайынса ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн үткәргәндән һуң, Ғайса бик ныҡ асыҡты.


Ғайса унда ҡырҡ көн буйы Иблис тарафынан һынау үтте, был көндәрҙә Ул бер нәмә лә ашаманы һәм ахырҙа бик ныҡ асыҡты.


Таштарға соҡоп яҙылған ҡанунға хеҙмәт итеүҙең үлем килтереүен хәтерләгеҙ. Ул шундай дан менән балҡып килгән, исраилдар Мусаның балҡып торған йөҙөнә, хатта был балҡыу юғала барһа ла, ҡарай алмағандар. Был хеҙмәт шундай дан менән килгән икән,


– Элекке кеүек тауҙа мин ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн булдым, – тине Муса. – Был юлы ла Раббы мине тыңланы һәм һеҙҙе һәләк итмәй ҡалдырҙы.


Шунан һуң мин, кире боролоп, тауҙан төшөп киттем. Раббының бойороғо буйынса, таҡтаташтарҙы үҙем яһаған һандыҡҡа һалдым. Улар әле лә шунда ята.


Ул һеҙгә килешеүен, йәғни һеҙгә үтәргә әмер иткән ун бойороғон иғлан итте. Уларҙы ике таҡтаташҡа яҙҙы.


Һеҙҙең барлыҡ гонаһтарығыҙ өсөн, Раббы алдында яуызлыҡ ҡылып Уны асыуландырған өсөн йәнә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн ашамай-эсмәй Раббы алдында ергә ҡапланып, ялбарып һораным.


Раббы һеҙҙе юҡ итәсәген әйткән өсөн, Уның алдында ҡырҡ көн, ҡырҡ төн ергә ҡапланып яттым.


Мин таҡтаташтарҙы – Раббының һеҙҙең менән төҙөгән килешеүе яҙылған таҡтаташтарҙы – алырға тауға мендем; унда ҡырҡ көн, ҡырҡ төн булдым: икмәк ашаманым, һыу эсмәнем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ