17 Үҙеңә ҡойолма илаһтар яһама.
Һин үҙеңә тиклем булғандарҙың барыһына ҡарағанда ла күберәк яман эштәр ҡылдың. Минән баш тарттың һәм үҙеңә башҡа илаһтар яһап, алтындан ҡойолма илаһтар яһатып, асыуыма тейҙең.
Ул Исраил батшаларының юлын ҡыуа, хатта Бәғел һындарын ҡойҙора,
Шулай булғас, Минең янға алтындан да, көмөштән дә аллалар яһап ҡуймағыҙ.
Үҙеңә бер ниндәй ҙә бот яһама. Юғарыла – күк көмбәҙендә, түбәндә – ер өҫтөндә йәки ерҙән түбән һыуҙа йәшәгән йән эйәләренә оҡшатып, һын-һүрәттәр яһама.
Йыл һайын өс тапҡыр Минең хөрмәтемә байрам үткәрегеҙ.
Мин бойорған юлдан улар ҡайһылай тиҙ ситкә ҡайырылды. Үҙҙәренә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойоп алып, уға сәждә ҡыла һәм ҡорбан килтерә башланылар. «Бына һинең аллаң, Исраил! Ул һине Мысырҙан алып сыҡты», – тиҙәр.
Уның алдында бар әҙәм – аҡылһыҙ һәм наҙан; Һәр көмөшсө боттары менән оятҡа ҡала, Яһаған һындары ялған, Уларҙың өнө-тыны юҡ.
Боттарға табынмағыҙ, үҙегеҙгә ҡойолма илаһтар яһамағыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.
Шуға күрә, Алла нәҫеленәнбеҙ икән, Алланы кеше ниәте һәм оҫталығы менән яһалған алтын, көмөш йәки таш һынға оҡшаш тип уйларға тейеш түгелбеҙ.
Күреп-ишетеп тә йөрөйһөгөҙ, әлеге Паулус, кеше ҡулы менән яһалған нәмәләр илаһ түгел, тип, Эфеста ғына түгел, бөтә Асия өлкәһендә тиерлек күп кешеләрҙе ышандырҙы һәм юлдан яҙҙырҙы.
«Раббыға ерәнгес булғанды – оҫталар ҡулының эшен – уйылған йәки ҡойолған боттарҙы яһатҡан һәм йәшереп тотҡан кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.
Улы әсәһенә бер мең дә бер йөҙ шекел көмөштө кире ҡайтарып бирҙе. Әсәһе: – Был көмөштө мин улым хаҡына Раббыға бағышлайым. Унан бот менән ҡойолма илаһ яһатып алам. Көмөш шул рәүешле, улым, үҙеңә ҡайтһын, – тине.