Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Сығыу 33:5 - Изге Яҙма

5 Раббы Мусаға былай тигәйне: – Исраил халҡына еткер: һеҙ – тиҫкәре халыҡ, әгәр ҙә Мин саҡ ҡына һеҙҙең менән барһам, ҡырып бөтөрәсәкмен! Биҙәнеү әйберҙәрен сисеп ташлағыҙ. Ә Мин һеҙҙең менән ни эшләргә икәнен Үҙем ҡарармын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

Изге Яҙма

Сығыу 33:5
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда төшөп ҡарайым әле: улар ысынлап та шул тиклем гонаһҡа батҡанмы икән?

– Улыңа ҡул күтәрмә, – тине фәрештә. – Уға бер ни ҙә эшләмә! Хәҙер беләм, һин Алланан ҡурҡаһың – Минән берҙән-бер улыңды ла йәлләмәнең!

Улар ҡапылдан, төн уртаһында үлеп китә; Халыҡтар болғаныша ла юҡҡа сыға; Көслөләр ҙә һис кем ҡағылмаҫтан ғәйеп була.

Күгәрсенеңдең йәнен йыртҡыстарға бирмә, Фәҡирҙәреңдең хәлен мәңге онотма.

Раббы тағы: – Күрәм, был халыҡ ифрат тиҫкәре.

Шунда, Хорев тауы итәгендә, Исраил халҡы биҙәнеү әйберҙәрен систе һәм башҡаса таҡманы.

Ул көндө бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.

Тиҫкәре икәнеңде, муйыныңдың – тимер, Маңлайыңдың баҡыр булғанын белгәнгә күрә,

Ғәзиз халҡым, ҡылған гонаһтары өсөн, Кеше ҡулы теймәйенсә Күҙ асып йомғансы юҡҡа сығарылған Содом ҡалаһынан да ҡатыраҡ язаланды.

Тик Раббы хатта ошо мәлдә лә: «Ураҙалар тотоп, илап, йәш түгеп Ысын йөрәктән Миңә кире ҡайтығыҙ, – тип саҡыра. –

– Был йәмғиәттән ситкәрәк китегеҙ, Мин уларҙы күҙ асып йомғансы һәләк итәм.

– Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефанус. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ.

Аллаң Раббы һеҙҙе ҡырҡ йыл буйына сүлдә йөрөткән оҙон юлды онотма! Бойороҡтарын үтәрһеңме, күңелеңдә ниҙәр бар – Ул шуларҙы белер, һине баҫалҡыландырыр өсөн, һине һынауҙарға дусар итте.

ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ

ကြော်ငြာတွေ