3 Кешеләр Һарунға алтын алҡаларын сисеп бирҙе.
Дөйәләре һыу эсеп туйғас, ул ҡыҙға ярты шекел ауырлыҡтағы танау алҡаһы, ун шекел ауырлығындағы ике алтын беләҙек бүләк итте.
Улар бөтәһе лә сит илаһтарҙы, ҡолаҡтарындағы алҡаларҙы Яҡупҡа тотторҙо. Яҡуп быларҙың барыһын да Шәхәм янындағы ағас төбөнә күмеп ҡуйҙы.
Һарун уларға: – Ҡатындарығыҙҙың, ул һәм ҡыҙҙарығыҙҙың ҡолағынан алтын алҡаларын һалдырып алып килегеҙ, – тип бойорҙо.
Һарун уларҙы иретте лә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙо. Ә кешеләр: – Эй Исраил, бына һине Мысырҙан алып сыҡҡан аллаң! – тип ҡысҡырышты.
Шунда, Хорев тауы итәгендә, Исраил халҡы биҙәнеү әйберҙәрен систе һәм башҡаса таҡманы.
Алҡаларын, беләҙектәрен, бөркәнсектәрен, Башлыҡтарын, бәкәлдәрендәге сылбырҙарҙы,
Янсыҡтан алтын алалар, Бизмәндә көмөш үлсәтеп, көмөшсө яллайҙар, Илаһ ҡойҙоралар. Шунан, алдына ҡапланып, табыналар.
Таршиштан – сүкелгән көмөш, Уфаздан алтын алып киләләр. Балта оҫтаһы менән көмөшсө яһағанды Зәңгәр һәм ҡарағусҡыл ҡыҙылға кейендерәләр, Барыһы – егәрле оҫталар эше.