12 Раббы Мусаға былай тине:
Шул ваҡытта мин Йәһүҙәлә ҡайһы бер кешеләрҙең шәмбе көндө йөҙөм һуты һығыуҙарын, көлтә ташығандарын, ишәктәренә ашлыҡ, шарап, йөҙөм, инжир һәм һәр төрлө йөк тейәп, Йәрүсәлимгә һатырға килтергәндәрен күрҙем. Уларҙы был көндө аҙыҡ-түлек һатмаһындар тип киҫәттем.
Ата-бабаларыбыҙ ошолай ҡыланған өсөн, Алла беҙгә һәм ҡалабыҙға бөтә был бәләләрҙе килтермәнеме ни? Ә һеҙ шәмбе көнөн нәжесләп, Уның Исраилға асыуын арттыраһығыҙ, – тинем.
Шәмбе көнөн хәтереңдә тот һәм уны изге ит.
шулай уҡ мәсех майын, Изге сатырҙа төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһын эшләһендәр. Улар быларҙың барыһын да Мин һиңә бойорғанса эшләргә тейеш.
– Һин исраилдарға әйт: «Минең шәмбеләремде һаҡлағыҙ. Шәмбе – Мин, Раббы, һеҙҙе изге булыр өсөн Үҙемә айырып алғанды онотмаһын өсөн, Минең менән һеҙҙең араға быуындан-быуынға ҡуйылған билдә ул.
Шунлыҡтан йәһүдтәр сәләмәтләнгән кешегә: – Бөгөн шәмбе, ҡанун һиңә түшәк күтәреп йөрөргә рөхсәт итмәй, – тинеләр.