Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 28:41 - Изге Яҙма

41 Ағайың Һарунға һәм уның улдарына ошо кейемдәрҙе кейҙер. Һарунды һәм уның улдарын зәйтүн майы менән мәсехлә, уларҙы изгеләндереп, ҡаһинлыҡҡа бағышла һәм улар Минең ҡаһиндарым булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

41 Ағайың Һарунға һәм уның улдарына ошо кейемдәрҙе кейҙер. Һарунды һәм уның улдарын зәйтүн майы менән мәсехлә, уларҙы изгеләндереп ҡаһинлыҡҡа бағышла һәм улар Минең ҡаһиндарым булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

41 Ағайың Һарунға һәм уның улдарына ошо кейемдәрҙе кейҙер. Һарунды һәм уның улдарын зәйтүн майы менән мәсехлә, уларҙы изгеләндереп, ҡаһинлыҡҡа бағышла һәм улар Минең ҡаһиндарым булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 28:41
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ағайың Һарунды, уның улдары Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамарҙы исраилдар араһынан яныңа саҡырып ал. Улар Минең ҡаһиндарым булһын.


Улар түшлек, эфод, ябынса, биҙәкләп туҡылған күлдәк, сәллә һәм билғау әҙерләһен. Ағайың Һарун менән уның улдары Минең ҡаһиндарым булһын өсөн изге кейем был.


Быларҙың бөтәһен дә Һарундың һәм уның улдарының ҡулына һал һәм, һелкетмә ҡорбан булараҡ, Раббы хозурында күтәреп күрһәт.


Һарунға һәм уның улдарына ҡарата Мин һиңә ҡушҡандарҙың барыһын да үтә. Уларҙы ҡаһинлыҡҡа бағышлау ете көн дауам итһен.


Шунан мәсехләү йолаһын башҡар: мәсех майы алып, Һарундың башына ҡой.


билдәрен билғау менән быу, баштарына бәйҙәрен бәйлә. Мәңгелек ҡағиҙә булараҡ, ҡаһинлыҡ вазифаһы Һарунға һәм уның улдарына бирелә – һин уларҙы ҡаһинлыҡҡа ошо рәүешле бағышларһың.


Уларҙан, хушбуй әҙерләгәндәге һымаҡ, хуш еҫле ҡатнашма яһа. Ул тоҙланған, таҙа һәм изге булһын.


Һарунға изге кейемдәрен кейҙер һәм май һөртөп мәсехлә. Минең ҡаһиным булһын өсөн, уны изгеләндер.


Минең ҡаһиндарым булһын өсөн уларға ла, аталарына һөрткән һымаҡ, май һөрт. Шулай итеп, улар быуындан-быуынға мәңге күсеп бара торған ҡаһинлыҡҡа бағышланыр.


Ул көн Ашшурҙың йөгө яурынығыҙҙан, Ҡалыбы муйынығыҙҙан төшөр. Һимергәнегеҙгә күрә ул ҡалып һынып сығыр».


Раббы Хакимдың Рухы минең өҫтөмдә, Сөнки Раббы мине мәсехләне; Мохтаждарға һөйөнөслө хәбәр еткерергә, Йөрәге йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә, Әсирҙәргә азатлыҡ иғлан итергә, Тотҡондарға ирек хәбәрен әйтергә тип ебәрҙе.


Ете көн буйы ҡаһиндар ҡорбан усағын паклаһын һәм таҙартып бағышлаһын.


Ә һеҙ Осрашыу сатыры ауыҙынан ситкә китмәгеҙ, юҡһа үлерһегеҙ. Һеҙ бит Раббының мәсех майы менән майланып, Уға бағышландығыҙ. Улар Муса әйткәнсә эшләне.


Изге урында йыуынып, көндәлек ҡаһин кейемдәрен кейһен. Шунан һуң сығып үҙенең һәм халыҡтың тотош яндырыу ҡорбандарын ғәмәл ҡылһын, шул рәүешле үҙе һәм халыҡ өсөн пакланыу йолаһын башҡарһын.


Һуңынан Ҡорах менән уның яҡлыларға былай тине: – Кем Уныҡы икәнлеген, кем Үҙенә яҡынайтырлыҡ изге икәнлеген иртәгә Раббы Үҙе күрһәтер. Кемде һайлап алһа, шуға Үҙенә яҡынайырға рөхсәт итер, – тине.


Былар – Һарундың ҡаһинлыҡҡа бағышлап мәсехләнгән, йәғни май һөртөлгән улдары.


Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә.


Бындай хөрмәтле бурысты бер кем дә үҙ теләге менән ала алмай, ул, үҙ ваҡытында Һарун саҡырылған кеүек, был хеҙмәткә Алла тарафынан саҡырыла.


Муса ҡануны баш ҡаһин итеп кешеләргә хас кәмселектәре булған әҙәмдәрҙе билдәләй. Ә ҡанундан һуң бирелгән ант буйынса Баш Ҡаһин итеп Алла Улы билдәләнде. Ул – мәңгелек камиллыҡҡа өлгәшкән Зат.


Һеҙҙе иһә Изге Зат мәсехләгән, һәм һеҙ бөтәгеҙ ҙә хәҡиҡәтте беләһегеҙ.


Ә һеҙҙең үҙегеҙҙә Мәсихтән бирелгән Изге Рух тора, һәм һеҙ һис кемдең өйрәтеүенә мохтаж түгелһегеҙ. Мәсих Рухы һеҙгә бөтәһен дә өйрәтә, һәм Ул хәҡиҡәтте өйрәтә, ялғанды түгел. Рух өйрәткәнсә Мәсихтә йәшәгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ