Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 28:38 - Изге Яҙма

38 Исраил халҡы Раббыға бағышлап изге ҡорбан-саҙаҡалар килтергәндә ғәйеп-хаталар ебәрһә, Һарун уларҙы үҙ өҫтөнә алыр. Был алтын табаҡса гелән Һарундың маңлайында булырға тейеш. Шул сағында был ҡорбан-саҙаҡаларҙы Раббы ҡабул итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

38 Исраил халҡы Раббыға бағышлап ҡорбан-саҙаҡалар килтергәндә ғәйеп-хаталар ебәрһә, Һарун уларҙы үҙ өҫтөнә алыр. Был алтын табаҡса гелән Һарундың маңлайында булырға тейеш. Шул сағында был ҡорбан-саҙаҡаларҙы Раббы ҡабул итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

38 Исраил халҡы Раббыға бағышлап изге ҡорбан-саҙаҡалар килтергәндә ғәйеп-хаталар ебәрһә, Һарун уларҙы үҙ өҫтөнә алыр. Был алтын табаҡса гелән Һарундың маңлайында булырға тейеш. Шул сағында был ҡорбан-саҙаҡаларҙы Раббы ҡабул итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 28:38
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уны сәллә өҫтөнән зәңгәр бау менән беркетеп ҡуй.


Осрашыу сатырына ингән йәки мөҡәддәс урында ҡаһин хеҙмәтен үтәп ҡорбан усағына яҡынайған саҡта, Һарун һәм улдары ошо ыштанды кейһен. Юҡһа улар ғәйепле булыр һәм үлемгә дусар ителер. Был – Һарун һәм уның нәҫелдәре өсөн мәңгелек ҡағиҙә.


Бөтәбеҙ ҙә һарыҡ һымаҡ аҙашҡайныҡ; Һәр беребеҙ үҙенең юлына боролғайны. Ә Раббы беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы уға йөкмәтте.


Изге тауыма алып килермен, Доға йортомда ҡыуандырырмын; Тотош яндырыу ҡорбандарын, Бөтә ҡорбандарын хуш күрермен. Минең йортом бар халыҡтар өсөн Доға ҡылыу йорто тип аталыр».


Ҡыдарҙың бөтә ваҡ малы һиңә йыйылыр, Невайоҫтың һарыҡтары килтерелер, Ҡорбан усаҡтарымда күңелемә хуш ҡорбандар булыр. Үҙемдең данлы йортома тағы ла шөһрәт өҫтәрмен.


Ҡулын тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерелгән малдың башына ҡуйһын; шунда Раббы, ул кешене гонаһынан паклар өсөн, был ҡорбанды ҡабул итер.


– Ни өсөн һеҙ гонаһ ҡорбанын изге бер урында ашаманығыҙ? Ул бит изгеләрҙән-изге, һеҙгә йәмғиәттең ғәйебен йыуып ташлау һәм уларҙы Раббы ҡаршыһында гонаһтарынан паклау өсөн бирелгән.


Рөхсәте булмаған кеше ул ризыҡты ашмаһын, юғиһә, ғәйепле булып язаға тарттырылыр. Сөнки ул ризыҡтарҙы изге иткән Раббы Мин.


– Быҙау, һарыҡ йәки кәзә бәрәсе тыуһа, улар ете көн буйы инәһе янында ҡалһын. Һигеҙенсе көндән башлап уны Раббыға ут ҡорбаны итергә ярай.


Ҡаһиндар Минең күрһәтмәләремде теүәл үтәһендәр; юғиһә улар, күрһәтмәләремде хурлағандары өсөн гонаһҡа тарып, үлемгә дусар булырҙар. Уларҙы изге иткән Раббы Мин.


Шәмбе үткәс, икенсе көндө, ҡаһин көлтәне Раббы хозурында күтәреп һелкетһен һәм Раббы һеҙҙән ҡорбанды ҡабул ҡылыр.


Раббы Һарунға былай тине: – Изге урынға ҡағылышлы бөтә етешһеҙлектәр өсөн һин үҙең, улдарың һәм тотош атаң нәҫеле яуаплы. Ҡаһин вазифаһын үтәгәндәге етешһеҙлектәр өсөн фәҡәт һин һәм улдарың ғәйепле булыр.


Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине. –


Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Ул быны Үҙенең ғәзиз Улында беҙгә бүләк итеп биргән бөйөк мәрхәмәте маҡталһын өсөн эшләне.


Мәсих тә, бик күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк.


Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Уның яралары һеҙгә сихәт бирҙе.


һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге ҡаһиндар булырһығыҙ.


Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп, Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ