Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 28:36 - Изге Яҙма

36 Саф алтынды табаҡлап сәскә рәүешендә йәй ҙә уға: «Раббыға бағышланған» тигән һүҙҙәрҙе мөһөрҙәге шикелле сүкеп яҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

36 Саф алтынды табаҡлап сәскә рәүешендә йәй ҙә уға: «Раббыға бағышланған» тигән һүҙҙәрҙе мөһөрҙәге шикелле сүкеп яҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

36 Саф алтынды табаҡлап сәскә рәүешендә йәй ҙә уға: «Раббыға бағышланған» тигән һүҙҙәрҙе мөһөрҙәге шикелле сүкеп яҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 28:36
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғамрам улдары: Һарун менән Муса. Һарун һәм уның тоҡомо, иң изге әйберҙәрҙе изгеләндереү өсөн, мәңгелеккә айырып алына. Уға һәм уның улдарына Раббы алдында төтәтеү башҡарыу, ғүмер буйы Раббыға хеҙмәт итеү һәм Уның исеменән фатиха биреү бурысы һалына.


Эй Раббы, улар халҡыңды иҙә, Биләмәңә Һинең золом ҡыла.


һеҙ иһә Миңә хеҙмәт иткән ҡаһиндар батшалығы, мөҡәддәс халыҡ булырһығыҙ». Ошо һүҙҙәремде Исраил халҡына еткер.


Был таштарға Исраил улдарының исемдәрен оҫта ырыусы мөһөр уйған һымаҡ итеп яҙ. Был таштарҙы алтындан биҙәкләп эшләнгән тирәсәгә кейҙер ҙә


Һарун был кейемде ҡаһин хеҙмәтен үтәгәндә кейһен. Ул изге урынға, Раббы хозурына, кергәндә һәм сыҡҡанда ҡыңғырауҙарҙың сыңлауы ишетелеп торһон, юҡһа ул харап буласаҡ.


Уны сәллә өҫтөнән зәңгәр бау менән беркетеп ҡуй.


Ике оникс алып, уларға Исраил улдарының исемдәрен сүкеп яҙ.


Һарундың башына сәллә кейҙер, сәлләгә изгелек тажын беркет.


Һарунға һәм уның улдарына нәфис етендән күлдәк тектеләр,


Оҫталар саф алтынды табаҡлап сәскә рәүешендә йәйҙеләр ҙә изгелек тажы эшләнеләр һәм уға, мөһөрҙәге шикелле сүкеп, «Раббыға бағышланған» тигән һүҙҙәрҙе яҙҙылар.


Уға, сәллә өҫтөнән беркетер өсөн, зәңгәр бау таҡтылар. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны.


Әммә уның сауҙанан килгән табышы тупланмаҫ һәм йыйылмаҫ, ә Раббыға бағышланыр һәм, туйғансы ашаһындар, затлы кейенһендәр өсөн, Раббы хозурында йәшәгәндәргә тотонолор.


Бына ҡорамға ҡағылышлы ҡанун: тау түбәһе һәм тирә-яҡтағы бөтә урын – изгеләрҙән изге буласаҡ. Ҡорамдың ҡануны бына шул!


Муса Һарунға: – Раббының: «Миңә яҡындар аша мөҡәддәслегемде күрһәтермен, Бөтөн халыҡ алдында дан ҡаҙанырмын», – тип әйткәне ошолор, – тине. Һарун өндәшмәне.


– Бөтә Исраил йәмғиәтенә иғлан ит, әйт уларға: изге булығыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббы изгемен.


Башына сәллә кейҙерҙе, сәллә өҫтөнән маңлайына алтын сәскә рәүешендәге изгелек тажы таҡты. Алла нисек бойорһа, шулай эшләне.


Ул көндө аттарҙың ҡыңғырауында ла «Раббыға бағышлана» тип яҙылыр. Раббы ҡорамындағы ҡаҙандар ҙа, ҡорбан усағы алдындағы сеүәтәләр кеүек, изге булыр.


Бөтәһе менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ.


Беҙгә тап шундай Баш Ҡаһин кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


Ҡалаға һис бер бысраҡлыҡ та, әшәкелек эшләүсе лә, ялғансы ла инмәҫ, унда исемдәре Бәрәстең тормош китабында яҙылғандар ғына инер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ