Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 25:8 - Изге Яҙма

8 Исраил халҡы Минең өсөн Изге торлаҡ ҡорһон, һәм Мин улар араһында төйәкләнермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Исраил халҡы Минең өсөн Изге торлаҡ ҡорһон, һәм Мин улар араһында төйәкләнермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Исраил халҡы Минең өсөн Изге торлаҡ ҡорһон, һәм Мин улар араһында төйәкләнермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 25:8
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин халҡым Исраил араһында йәшәрмен, уларҙы бер ваҡытта ла ташламам.


Шуға күрә бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән Аллағыҙ Раббыға ынтылығыҙ. Раббыбыҙ Аллаға Изге торлаҡ төҙөгөҙ, унан һуң Раббы исеменә бағышланған был йортҡа Раббының Килешеү һандығы менән Алланың изге һауыттарын күсерерһегеҙ.


Халҡыңды килтереп ултыртырһың биләмәң булған тауыңа, Төйәкләнер өсөн Үҙеңә тип һайлаған урынға, Эй бөйөк Хакимым, Үҙ ҡулың менән торғоҙған Изге торлағыңа.


Раббы минең көс-ҡеүәтем, ҡотолоу әмәлем, сарам! Ул – Аллам, мин дан йырлайым Уға, Ата-бабамдың Аллаһы, ҙурлайым Уны!


Мин Исраил халҡы араһында төйәкләнермен һәм уларҙың Аллаһы булырмын.


Һәм улар, араларында төйәкләнер өсөн уларҙы Мысырҙан алып сыҡҡан Аллалары Раббы икәнемде белер. Мин – уларҙың Аллаһы Раббымын!


Эй Сион халҡы, күңел ас, шатлыҡ ауазы яңғырап торһон – Исраилдың Изгеһе һеҙҙең арала, Ул бөйөк!»


Мин улар менән именлек килешеүе төҙөшөрмөн. Был улар менән мәңгелек килешеү булыр. Мин уларҙы үҙ ерҙәрендә төйәкләндерермен, күбәйтермен, Үҙемдең Изге торлағымды мәңгелеккә уларҙың араһына ҡуйырмын.


Изге торлағым мәңгелеккә улар араһына урынлашҡас, ҡәүемдәр Исраилды изге ҡылыусының Мин, Раббы, икәнен белер».


Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, был – Минең тәхетемдең урыны, аяҡ табандарым тейгән, халҡым Исраил араһында Мин мәңге йәшәйәсәк урын. Бынан ары Исраил халҡы – улар үҙҙәре лә, батшалары ла – фәхешлектәре һәм батшаларҙы ерләү йолаһы менән Минең изге исемемде нәжесләмәҫ.


Муса Һарундың атаһының бер туғаны Ғуззиилдың улдары Мишаил менән Әлсафанды саҡырҙы. – Барығыҙ, туғандарығыҙҙы Изге сатырҙан туплам тышына алып сығығыҙ, – тине.


Торлағымды арағыҙҙа ҡорормон, күңелем һеҙҙән ҡайтмаҫ.


Бармағын ҡанға манып, Иң мөҡәддәс урындың пәрҙәһе алдында, Раббы хозурында, ҡанды ете тапҡыр һирпһен.


– Эй Сион-ҡыҙ, ҡыуан, күңел ас! Бына Мин киләм, арағыҙҙа төйәкләнәсәкмен, – тип белдерә Раббы. –


Раббы былай ти: «Сионға ҡайтам, Йәрүсәлимдә төйәкләнәм. Йәрүсәлим – тоғро ҡала, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының тауы Мөҡәддәс тау тип аталасаҡ».


Тупламды нәжесләмәһендәр өсөн ундайҙарҙы – ирҙәрҙе лә, ҡатындарҙы ла – тупламдан ситкә ҡыуығыҙ, сөнки унда, исраилдар араһында, Мин йәшәйем.


– Ата-бабаларыбыҙҙың сүлдә Килешеү сатыры булған, – тип һүҙен дауам итте Стефанус. – Ул сатыр Алла бойороғо буйынса, Муса күргән өлгө буйынса яһалған булған.


Алла йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – тере Алланың йорто. Алла бит: «Улар араһында йәшәрмен һәм йөрөрмөн; уларҙың Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр», – тип әйткән.


Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.


Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Улан булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.


Әлғазар улы Пинхас ҡаһин Рәүвән, Ғад һәм Менашше ырыуҙарына: – Хәҙер беҙ Раббының һаман да арабыҙҙа икәнен күрәбеҙ. Раббыға хыянат итмәгәс, һеҙ Исраилды Раббы асыуынан араланығыҙ, – тине.


Шул саҡ тәхеттән килгән көслө тауышты ишеттем. Ул былай тине: – Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ