Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 25:37 - Изге Яҙма

37 Ете майшәм эшлә һәм, шәмдәл алдын яҡтыртыу өсөн, уларҙы шәмдәл өҫтөнә ҡуй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

37 Ете майшәм эшлә һәм, шәмдәл алдын яҡтыртыу өсөн, уларҙы шәмдәл өҫтөнә ҡуй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

37 Ете майшәм эшлә һәм, шәмдәл алдын яҡтыртыу өсөн, уларҙы шәмдәл өҫтөнә ҡуй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 25:37
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар көн дә иртәле-кисле тотош яндырыу ҡорбандары яндыра, хуш еҫ төтәтә, пак өҫтәлгә изге икмәктәрҙе теҙеп һала, кис һайын алтын шәмдәлдең майшәмдәрен тоҡандыра, сөнки беҙ Аллабыҙ Раббының күрһәтмәләрен үтәйбеҙ, ә һеҙ Уны ташланығыҙ.


ҡағиҙәгә ярашлы, ҡорамдың эске бүлмәһе ҡаршыһында тоҡандырыла торған майшәмдәр менән уларҙың шәмдәлдәре лә саф алтындан;


Филтә ҡыҫҡыстар һәм һоҫҡолар саф алтындан булһын.


Һарун менән уның улдары майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында һәм Килешеү таҡтаташтары һалынған һандыҡты айырып торған пәрҙә алдында кистән иртәнсәккә тиклем яныуын хәстәрләһен. Исраил халҡы өсөн был – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.


Ул ете майшәм эшләне. Филтә ҡыҫҡыстар һәм һоҫҡолар саф алтындан ине.


Шәмдәлде Осрашыу сатырына, өҫтәл ҡаршыһына, сатырҙың көньяғына ҡуйҙы.


Майшәмдәрҙе лә Раббы алдына урынлаштырҙы. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.


Сөнки бойороҡ шәм һымаҡ, өгөт-нәсихәт иһә – нур, шелтә менән тәртип – тормошҡа юл.


Бары ҡанун һәм шаһитнамәгә генә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ҙә уларҙың әйткәне шуларға тап килмәй икән, улар өсөн таң атмаясаҡ.


– Нимә күрәһең? – тип һораны. – Саф алтындан бер шәмдәл күрәм, – тип яуапланым. – Уның башында зәйтүн майы өсөн бер һауыт, һауыт өҫтөндә ете шәм, шәмдәрҙә етешәр көпшә.


Зәңгәр йәймә менән шәмдәл һәм майшәмдәрҙе, ҡыҫҡыс һәм һоҫҡоларҙы, май һауыттарын ҡаплаһындар.


– Һарунға әйт, ул ете майшәмде шәмдәлгә урынлаштырғанда, уларҙың яҡтыһы шәмдәл алдына төшөрлөк итеп ҡуйһын.


Һеҙ – донъя өсөн яҡтылыҡ. Тау башында төҙөлгән ҡаланы йәшереп булмай.


Был ут ҡараңғыла һәм үлем күләгәһендә ултырғандарға яҡтылыҡ нуры һибәсәк, беҙҙе тыныслыҡ юлына йүнәлтәсәк.


Һәр кемде яҡтыртыусы ысын Яҡтылыҡ донъяға килде.


– Ниңә был майҙы өс йөҙ динарға һатып, фәҡирҙәргә өләшеп бирмәҫкә ине инде? – тип ҡуйҙы.


Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште: – Мин – донъяға яҡтылыҡмын. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ.


Миңә өндәшеүсене күрергә тип артыма боролғас, ете алтын шәмдәл тороуын күрҙем.


Һин күргән ете алтын шәмдәлдең һәм уң ҡулымда күргән ете йондоҙҙоң сере шунда: ете йондоҙ – имандаштарҙың ете берҙәмлегенең фәрештәләре, ә ете шәмдәл – имандаштарҙың ете берҙәмлеге ул.


Яхъянан Асия өлкәһендәге ете имандаштар берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Заттан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан


Унда төн булмаясаҡ, уларҙың яҡтыртҡыс менән ҡояш яҡтылығына мохтажлыҡтары ла булмаясаҡ, сөнки уларға Раббы Алла яҡтылыҡ бирәсәк. Улар мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк.


Тәхет яғынан йәшен йәшнәй, гөрһөлдәгән һәм күк күкрәгән тауыштар килә. Ә тәхет алдында Алланың ете рухы булған ете яҡтыртҡыс янып тора.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ