Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 25:22 - Изге Яҙма

22 Һинең менән осрашҡан саҡта Мин ана шунда, һандыҡ ҡапҡасы өҫтөндә, ике кируб араһында булырмын һәм һинең аша бойороҡтарымды Исраил халҡына еткерермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Һинең менән осрашҡан саҡта Мин ана шунда, һандыҡ ҡапҡасы өҫтөндә, ике кируб араһында булырмын һәм һинең аша бойороҡтарымды Исраил халҡына еткерермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Һинең менән осрашҡан саҡта Мин ана шунда, һандыҡ ҡапҡасы өҫтөндә, ике кируб араһында булырмын һәм һинең аша бойороҡтарымды Исраил халҡына еткерермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 25:22
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ибраһим менән һөйләшеп бөткәс, Раббы китеп барҙы. Ибраһим да өйөнә ҡайтты.


Дауыт, эргәһендәге халыҡ менән бергә, кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исемен йөрөткән Алла һандығын алып ҡайтыу өсөн, Йәһүҙәләге Бағала ҡалаһына юлланды.


былай тип доға ҡылды: – Эй кирубтар араһында тәхет ҡорған Исраил Аллаһы Раббы! Ерҙәге бөтә батшалыҡтарҙың берҙән-бер Аллаһы Һин. Күк менән ерҙе Һин яраттың.


Дауыт менән барлыҡ исраилдар, кирубтар араһында тәхет ҡорған Раббы Алланың исемен йөрөткән һандыҡты алып ҡайтыу өсөн, Йәһүҙәләге Бағала ҡалаһына – Ҡыръяҫ-Еғаримға – юллана.


Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.


Ҡөҙрәтебеҙ булған Аллаға ҡыуанышып йырлағыҙ, Шатланышып ҡысҡырығыҙ Яҡуп Аллаһына!


Юғарыларҙан Юғарының ышығына һыйынған, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең күләгәһендә йәшәгән кеше


Шөкөр мәҙхиәһе. Гөрләшеп сәләмлә Раббыны, бар донъя!


Миңә балсыҡтан ҡорбан усағы эшләгеҙ. Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны итеп көтөүегеҙҙән ваҡ һәм эре малды уның өҫтөндә ҡорбанға килтерегеҙ. Исемемде хөрмәт итеү өсөн билдәләнгән һәр урында Мин һеҙгә килермен һәм фатиха ҡылырмын.


Һарун менән уның улдары майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында һәм Килешеү таҡтаташтары һалынған һандыҡты айырып торған пәрҙә алдында кистән иртәнсәккә тиклем яныуын хәстәрләһен. Исраил халҡы өсөн был – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.


Уның бер аҙын ваҡ ҡына итеп төй ҙә Мин һинең менән осраша торған Осрашыу сатырына, Килешеү һандығы алдына, ҡуй. Был хуш еҫле ҡатнашма һеҙҙең өсөн изгеләрҙән-изге булыр.


Был ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдындағы пәрҙә ҡаршыһына – һинең менән осрашҡан ваҡытта Мин тораһы ҡапҡас ҡаршыһына ҡуй.


Синай тауында, Муса менән һүҙен тамамлағас, Алла уға Үҙ бармағы менән яҙған ике таҡтаташты – килешеү таҡтаташтарын бирҙе.


Мин уға ярҙамсы итеп Дан ырыуынан Ахисамах улы Оһолиавты ҡуйҙым һәм бөтә оҫталарға ла таһыл бирҙем. Улар Мин һиңә бойорғандарҙың барыһын да эшләр.


«Эй кирубтар араһында тәхет ҡорған Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы! Ерҙәге бөтә батшалыҡтарҙың берҙән-бер Аллаһы Һин. Күк менән ерҙе Һин яраттың.


Теге кеше янымда тора ине, шул саҡ ҡорам эсенән үҙемә өндәшкәнде ишеттем.


Раббы Осрашыу сатырынан Мусаны саҡырып, уға былай тине:


– Ағайың Һарунға әйт, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға теләһә ҡайһы ваҡытта инмәһен, Изге һандыҡ өҫтөндәге ҡапҡасҡа яҡынламаһын, юғиһә үлер. Мин бит ҡапҡас өҫтөндә, болот эсендә пәйҙә булырмын.


Таяҡтарҙы Осрашыу сатырындағы Мин һеҙҙең менән осраша торған Килешеү һандығы алдына ҡуй.


Муса, Раббы менән һөйләшер өсөн Осрашыу сатырына ингән саҡта, Килешеү һандығына ябылған ҡапҡастың өҫтөндәге ике кируб араһынан үҙенә өндәшкән тауыш ишетер булды. Раббы шулай Муса менән һөйләшә ине.


Алланың Килешеү һандығы ул дәүерҙә шунда – Бейт-Илдә тора, Һарун улы Әлғазарҙан тыуған Пинхас шул һандыҡ янында хеҙмәт итә ине. Исраил ғәскәре Раббынан: – Ҡәрҙәшебеҙ Бинйәмин ырыуына ҡаршы һуғышты дауам итергәме беҙгә? – тип һораны. – Дауам итегеҙ. Мин иртәгә уны һеҙҙең ҡулығыҙға тапшырам, – тине Раббы.


Халыҡ Шилоға кешеләр ебәрҙе һәм кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Килешеү һандығын килтерҙеләр. Ғәлиҙең ике улы Хофни менән Пинхас Алланың Килешеү һандығы янында ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ