Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 23:27 - Изге Яҙма

27 Мин һинең алдан дәһшәтемде ебәрермен. Юлыңда осраған барса халыҡтарҙы ҡаушатырмын, бөтә дошмандарыңды һине күрер-күрмәҫтән ҡасырға мәжбүр итермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

27 Мин һинең алдан дәһшәтемде ебәрермен. Юлыңда осраған барса халыҡтарҙы ҡаушатырмын, бөтә дошмандарыңды һине күрер-күрмәҫтән ҡасырға мәжбүр итермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 Мин һинең алдан дәһшәтемде ебәрермен. Юлыңда осраған барса халыҡтарҙы ҡаушатырмын, бөтә дошмандарыңды һине күрер-күрмәҫтән ҡасырға мәжбүр итермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 23:27
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар юлға сыҡты. Алла һалған дәһшәттән ҡоттары осҡан тирә-яҡ ҡалаларҙағы кешеләр Яҡуптың улдарын эҙәрләп тә маташманы.


Дошмандарҙы арҡалары менән борҙоң, Миңә үс тотоусыларҙы тар-мар иттем.


Сөнки Раббы Хаким арами тупламына яу арбаларының гөрһөлдәүе, ат тояҡтарының туҡылдауы – ҙур бер ғәскәр сығарған тауышты ишеттергәйне. Арамиҙар бер-береһенә: «Ҡарағыҙ әле, Исраил батшаһы беҙгә ҡаршы хитти һәм Мысыр батшаларын яллаған, күрәһең», – тиешеп,


Герар тирәһендәге ҡалаларҙа йәшәгән халыҡ Раббы дәһшәтенән ҡурҡып ҡалғанлыҡтан, йәһүҙиҙәр был ҡалаларҙы емереп, талап, бик күп яумал алып китә.


Йыраҡлашма минән – бәлә яҡын, Бер кем дә юҡ ярҙам ҡулы һуҙған.


Алдыңдан Үҙемдең фәрештәмде ебәрәм, ҡәнғәниҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, хиттиҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе ҡыуып таратам.


Әгәр ҙә йылына өс тапҡыр Аллағыҙ Раббы хозурына килеп баҫыр булһағыҙ, Мин халыҡтарҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡасырға мәжбүр итермен, биләмәләрегеҙҙе киңәйтермен, бер кем дә ерегеҙҙе тартып ала алмаҫ.


Исраилдар бик күп булғанлыҡтан, моавтар ҡурҡыуға ҡалды. Исраилдарҙан ҡоттары алынған


ул сағында Раббы ошо ҡәүемдәрҙең барыһын да күҙ алдығыҙҙан ҡыуып ебәрер. Һеҙ үҙегеҙҙән күмәгерәк һәм көслөрәк халыҡтарҙың ерҙәрен яулап алырһығыҙ.


Бер кем дә һеҙгә ҡаршы тора алмаҫ: Аллағыҙ Раббы вәғәҙә иткәнсә, аяҡ баҫҡан бөтә ерҙә һеҙҙән ҡурҡыу һәм тетрәнеү тыуҙырыр.


Ошо көндән алып был күк аҫтындағы бар халыҡтарға Мин һеҙҙән ҡурҡыу һәм дәһшәтләнеү тойғоһо күндерермен. Һеҙҙең хаҡта ишеткәндәр, ҡоттары алынып, ҡурҡыуға төшәсәк», – тине.


Раббы ла, Үҙе әйткәнсә, бөтә дошмандарыңды алдыңдан ҡыуып ебәрер.


Аллағыҙ Раббы был халыҡтарҙы һеҙҙең ҡулға тапшырыр – улар юҡҡа сығып бөткәнсе, был халыҡтарға Ул ҡурҡыу һалып торор.


Пелештиҙәрҙең бөтә ғәскәре – тупламда ла, ҡырҙа ла, алдынғы төркөмдәгеләр ҙә, баҫҡынсы төркөмөндәгеләр ҙә – ҡалтырап төштө. Ер тетрәне, Алланың дәһшәте хөкөм һөрҙө.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ