Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 16:28 - Изге Яҙма

28 Раббы Мусаға: – Ҡасанға ҡәҙәр һеҙ Минең бойороҡтарымды һәм ҡанундарымды боҙорһоғоҙ? – тине. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

28 Раббы Мусаға: – Ҡасанға ҡәҙәр һеҙ Минең бойороҡтарымды һәм ҡанундарымды боҙорһоғоҙ? – тине. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 Раббы Мусаға: – Ҡасанға ҡәҙәр һеҙ Минең бойороҡтарымды һәм ҡанундарымды боҙорһоғоҙ? – тине. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 16:28
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә улар тыңламаны, Аллалары Раббыға ышанмаған ата-бабалары кеүек үк тиҫкәре булды.


Раббының ҡанундарынан, ата-бабалары менән төҙөгән килешеүенән, күрһәтмәләренән ваз кисеп, мәғәнәһеҙ боттарға табындылар һәм үҙҙәре лә мәғәнәһеҙгә әйләнделәр. Раббының эргә-тирәләрендәге ҡәүемдәр һымаҡ эшләмәҫкә бойороуына ҡарамаҫтан, тап шулар кеүек йәшәй башланылар.


Хәсрәт эсенән улар Раббыға ялбарҙылар; Раббы уларҙы бәләләрҙән ҡотҡарҙы.


Ниңә әле ят ҡәүемдәр: «Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?» – тип көлә. Ҡолдарыңдың түгелгән ҡандары өсөн үс алыуың Күҙ алдыбыҙҙа бар ҡәүемдәргә мәғлүм булһын.


Муса менән Һарун, фирғәүен янына килеп былай тине: – Ғивриҙәр Аллаһы Раббы: «Һин Миңә буйһоноуҙан тағы күпме баш тартмаҡсы булаһың? Халҡымды ебәр, Миңә ғибәҙәт ҡылһындар.


Ҡайһы берәүҙәр аҙнаның етенсе көнөндә лә йыймаҡ булып сыҡҡайны, бер нәмә лә таба алманы.


Ҡарағыҙ, Раббы һеҙгә шәмбе көнөн бирҙе. Шуға ла аҙнаның алтынсы көнөндә һеҙгә ике көнлөк икмәк ебәрә. Етенсе көндө һәр кем үҙ өйөндә ҡалһын, бер ергә лә бармаһын.


Шунан һуң Ишағыяһ: – Тыңла, эй Дауыт нәҫеле! – тине. – Кешеләрҙең сабырлығын һынауың етмәгән, инде минең Алламдың сабырлығын һынайһыңмы?


Самария – бары тик Әфраимдың баш ҡалаһы, Ремалъяһтың улы бары тик Самарияның башлығы. Әгәр ҙә ныҡлап ышанмаһағыҙ, Ҡаршы тора алмаҫһығыҙ».


«Эй Йәрүсәлим, ҡотолор өсөн, Күңелеңдән яуызлыҡты йыуып ташла. Ҡасанғаса булмышыңда боҙоҡ ниәтте һаҡларһың?


Һин мәкер араһында йәшәйһең, Йермеяһ, Мәкер арҡаһында улар Мине белергә лә теләмәйҙәр», – тип белдерә Раббы.


Әммә Исраил нәҫеле сүлдә Миңә ҡаршы баш күтәрҙе. Уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләремде инҡар итте, шәмбе көндәремде бөтөнләй боҙҙо. Шуға күрә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды һәм сүлдә уларҙы юҡ итәсәгемде әйттем.


Сөнки улар ҡағиҙәләремде кире ҡаҡты, бойороҡтарымды тыңламаны, шәмбе көндәремде боҙҙо, уларҙың күңелдәре боттарына береккәйне.


Әммә ул Минең ҡанун-ҡағиҙәләремә ҡаршы сыҡты, башҡа ҡәүемдәрҙән, тирә-яғындағы илдәрҙән дә былайыраҡ яуызлыҡ ҡылды, Минең ҡанундарымды кире ҡаҡты, ҡағиҙәләремде үтәмәне».


Раббы Мусаға былай тине: – Был халыҡ тағы күпме Минең йәнемде талар? Араларында күрһәткән мөғжизәләргә шаһит була тороп та, ҡасанға тиклем ул Миңә ышанмаҫ?


Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Миңә етерлек кимәлдә ышанмағанығыҙ һәм исраилдар алдында Минең мөҡәддәслегемде иҫбатламағанығыҙ өсөн, был халыҡты һеҙ Мин уларға бирәсәк ергә алып инмәйәсәкһегеҙ.


– Эй, иманһыҙ быуын! – тине Ғайса уларға. – Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ