Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 14:31 - Изге Яҙма

31 Исраилдар Раббының ҡөҙрәте менән мысырҙарҙың ни хәлгә төшөүен күрҙе, шуға күрә Исраил халҡын Раббынан ҡурҡыу тойғоһо биләп алды. Улар Раббыға ла, Уның ҡоло Мусаға ла тамам инанды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

31 Исраилдар Раббының ҡөҙрәте менән мысырҙарҙың ни хәлгә төшөүен күрҙе, шуға күрә Исраил халҡын Раббынан ҡурҡыу тойғоһо биләп алды. Улар Раббыға ла, Уның ҡоло Мусаға ла тамам инанды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

31 Исраилдар Раббының ҡөҙрәте менән мысырҙарҙың ни хәлгә төшөүен күрҙе, шуға күрә Исраил халҡын Раббынан ҡурҡыу тойғоһо биләп алды. Улар Раббыға ла, Уның ҡоло Мусаға ла тамам инанды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 14:31
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иртүк тороп Теҡоға сүленә табан юлланалар. Шунда Йеһошафат халыҡ алдына баҫып һүҙ ала: – Тыңлағыҙ мине, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим кешеләре! Аллағыҙ Раббыға ышанығыҙ, шул сағында ныҡ булырһығыҙ. Уның пәйғәмбәрҙәренә ышанығыҙ, шунда уңыш ҡаҙанырһығыҙ, – ти ул.


Һин ата-бабаларыбыҙҙың Мысырҙағы ауыр хәлен дә күрҙең, уларҙың Ҡамышлы диңгеҙ ярындағы аһ-зарҙарын да ишеттең,


Раббы Мусаға: – Һинең менән һөйләшкәнемде халыҡ ишетһен, артабан һиңә ышанысы юғалмаһын өсөн, Мин һиңә ҡуйы болот эсендә килермен, – тине. Муса халыҡтың яуабын Раббыға еткергәс,


Халыҡ уға ышанды. Раббының уларҙы хәстәрләүен, ғазаптарын күреүен ишеткәс, эйелеп сәждә ҡылдылар.


Ташлы урынға сәселгән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, уны шатланып ҡабул итә, әммә, тамырҙары булмағанлыҡтан, ышаныстары ла ваҡытлыса ғына була һәм улар һынау ваҡытында сигенә.


Мәрйәм янына килгән йәһүдтәрҙең күбеһе, Ғайсаның ҡылған эштәрен күргәс, Уға инанды.


Был – Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе ине, Ул уны Галилеяның Кана ҡалаһында ҡылды. Бының менән Ул Үҙенең шөһрәтен күрһәтте. Шәкерттәре Уға инанды.


Шимғон үҙе лә иманға килде һәм, һыуға сумдырылғандан һуң, Филиппустан бер тотам да ҡалманы. Ул ҡылған хикмәттәрҙе һәм ҡөҙрәтле мөғжизәләрҙе күреп, хайран ҡалды.


Муса Алла йортондағы бөтә эштәрҙә тоғро хеҙмәтсе ине, бының менән ул киләсәктә Алла тарафынан әйтеләсәк нәмәләргә шаһитлыҡ ҡылды.


Ата-бабаларығыҙ шунда Раббыға ялбарҙы – шул саҡ Раббы һеҙҙең менән мысырҙар араһына ҡараңғылыҡ пәрҙәһе ҡорҙо. Раббы диңгеҙҙе мысырҙарға ҡаршы ҡуйҙы, һәм диңгеҙ уларҙы йотто. Минең мысырҙарҙы ни эшләтеүемде һеҙ үҙ күҙегеҙ менән күрҙегеҙ. Шунан һуң һеҙ оҙаҡ ваҡыт сүлдә көн иттегеҙ.


Шул көндө Раббы Исраил халҡы алдында Йушағтың абруйын күтәрҙе. Ошонан башлап Йушағ ғүмере буйы, Муса кеүек үк, исраилдар араһында хөрмәтле булды.


Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Раббының ни тиклем ҡөҙрәтле булыуын белһен, һеҙ ҙә үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббынан һәр саҡ ҡурҡһын һәм ололаһын өсөн эшләнде был.


Ә хәҙер баҫығыҙ ҙа Раббы һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа ҡыласаҡ ошо оло мөғжизәне күрегеҙ.


Шемуил Раббыға мөрәжәғәт итте һәм Раббы ул көндө күк күкрәтеп ямғыр яуҙырҙы. Бөтә халыҡ Раббынан да, Шемуилдан да бик ҡурҡты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ