Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сефанъяһ 2:15 - Изге Яҙма

15 Хәүефһеҙ йәшәгән бөйөк ҡаламы был? Маҡтанып эстән генә: «Донъяла миңә тиңдәр юҡ», – тип әйтә ине; Бына хәҙер инде ул хараба, Ҡош-кейектәр өсөн оя булды! Үткән-һүткән һәр кем мәсхәрәләп, Һыҙғырып ебәрер, бот сабыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Хәүефһеҙ йәшәгән бөйөк ҡаламы был? Маҡтанып эстән генә: «Донъяла миңә тиңдәр юҡ», – тип әйтә ине; Бына хәҙер инде ул хараба, Ҡош-кейектәр өсөн оя булды! Үткән-һүткән һәр кем мәсхәрәләп Һыҙғырып ебәрер, бот сабыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Хәүефһеҙ йәшәгән бөйөк ҡаламы был? Маҡтанып эстән генә: «Донъяла миңә тиңдәр юҡ», – тип әйтә ине; Бына хәҙер инде ул хараба, Ҡош-кейектәр өсөн оя булды! Үткән-һүткән һәр кем мәсхәрәләп, Һыҙғырып ебәрер, бот сабыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сефанъяһ 2:15
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙ минең урынымда булһағыҙ, Мин дә һеҙҙең кеүек һөйләр инем; Аҡыллы ҡиәфәт менән баш сайҡап, Һеҙгә ҡаршы тәнҡит теҙер инем;


Ел уның артынан әсе һыҙғырып, Ҡулын сабып тороп ҡалыр».


Эй шау-шыулы, гөжләп торған ҡала! Үлтерелгәндәрегеҙ ҡылыстан да ҡырылманы, Һуғышта ла ҡоламаны.


Эй ғәмһеҙҙәр, тетрәнегеҙ! Вайымһыҙҙар, дер ҡалтырап тороғоҙ! Кейемдәрегеҙҙе сисеп ташлап, Тупаҫ туҡымаға уранығыҙ.


Сөнки зиннәтле һарай – ташландыҡ, Шаулы ҡала буп-буш булып ҡалыр. Күҙәтеү манаралары торған ҡалҡыулыҡтар Ҡырағай ишәктәр гиҙгән, Көтөүҙәр утлаған ергә әйләнәсәк.


Эй вайымһыҙ йәшәгән ҡатындар, Тороғоҙ, тауышыма ҡолаҡ һалығыҙ! Эй ғәмһеҙ ҡыҙҙар, әйткән һүҙемде тыңлағыҙ!


Яуызлығыңа таяндың; „Мине һис кем күрмәй“, – тинең. Һине аҡылың менән белемең юлдан яҙҙырҙы. „Мин генә, минән башҡа юҡ“, – тип уйланың.


Шул арҡала илен ҡот осҡос хәлгә ҡалдырҙы, Мәңгелек хурлыҡҡа дусар итте. Үткән-һүткән һәр кем дәһшәткә төшөп, Аптырап баш сайҡаясаҡ.


Был ҡаланы шом һала торған урынға әйләндереп, хурлыҡҡа ҡалдырасаҡмын. Уның янынан үткән-һүткән һәр кем уның яраларынан ҡото алынып, һыҙғырып ҡуйыр.


Раббының нәфрәте арҡаһында Бер кем дә йәшәмәҫ унда, буп-буш ҡалыр. Бабил аша үткән һәр кемдең ҡото алыныр, Уның яраларына аптырап һыҙғырып ҡуйыр.


Хисапһыҙ күп халҡы булған ҡала Япа-яңғыҙ ташлап ҡалдырылған! Ҡәүемдәр араһында бөйөк һаналған Инде тол ҡатынға оҡшаш. Өлкәләр араһында батшабикә булған Был ҡала ҡоллоҡҡа төшкән.


Ана бөйөк Хаким асыуынан Сион-ҡыҙҙы Һәр тарафтан болот менән ҡапланы! Исраилдың данын күктән ергә быраҡтырҙы, Аяҡтары аҫтындағы баҫҡысты Асыулы көнөндә хәтеренә төшөрмәне.


Яныңдан үткәндәр бот сабып аптырар, Мыҫҡыллап һыҙғырып ҡуйыр: «Бөтә донъяның шатлығы, Гүзәллек өлгөһө булған ҡала ошомо?» – тип, Йәрүсәлим-ҡыҙға ҡарап башын сайҡар.


Халыҡтарҙың сауҙагәрҙәре һыҙғырҙы, Ахырың ҡурҡыныс булды, Һин мәңгегә юҡҡа сыҡтың».


– Эй әҙәм улы, Тирҙың хакимына әйт! Раббы Хаким былай ти: «Һин тәкәбберләнеп киттең: „Мин – алламын, Диңгеҙҙәрҙең ҡуйынында Алла тәхетендә ултырам“, – тинең. Аҡылың менән үҙеңде Аллаға тиңмен тип һанаһаң да, Һин алла түгел, әҙәмһең.


Шул саҡ йәнеңде ҡыйыусы ҡаршыһында „Мин – алла“ тип әйтерһеңме? Һине үлтергәндәрҙең ҡулында Һин – алла түгел, әҙәмһең.


Уларға һөйлә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй йылға-ҡултыҡтарың эсендә ятҡан олоғара аждаһа, Мысыр батшаһы фирғәүен, Мин һиңә ҡаршымын. Һин: „Нил йылғаһы минеке, уны үҙем өсөн яһаным“, – тип әйтәһең.


– Бына ул бөйөк Бабил, – тине ул, – үҙ көсөм һәм ҡеүәтем менән, үҙ даныма һәм хөрмәтемә төҙөгән батша ҡалаһы!


Яраларыңа дауа юҡ, йәрәхәтең үлемесле. Хәлеңде ишеткәндәр ҡыуанып ҡул сабыр, Сөнки һинең сикһеҙ вәхшәтеңдән Зыян күрмәгән берәйһе бармы?


Ҡурҡыныс та, шәфҡәтһеҙ ҙә улар, Был ҡәүем – үҙенә үҙе ҡанун һәм хаким.


Үтеп-һүтеп йөрөүселәр, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл иттеләр:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ