Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Руҫ китабы 4:1 - Изге Яҙма

1 Боғаз иһә ҡала ҡапҡаһы төбөнә барып ултырҙы. Ҡараһа, бая әйткән яҡын туғаны килә ята. Боғаз уға: – Бында килеп ултыр әле, – тип өндәште. Тегеһе ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Боғаз иһә ҡала ҡапҡаһы төбөнә барып ултырҙы. Ҡараһа, бая әйткән яҡын туғаны килә ята. Боғаз уға: – Бында килеп ултыр әле, – тип өндәште. Тегеһе ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Боғаз иһә ҡала ҡапҡаһы төбөнә барып ултырҙы. Ҡараһа, бая әйткән яҡын туғаны килә ята. Боғаз уға: – Бында килеп ултыр әле, – тип өндәште. Тегеһе ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Руҫ китабы 4:1
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ике фәрештә Содомға шул көндә кисләгәс кенә килеп етте. Лут был ваҡытта ҡала ҡапҡаһы янында ултыра ине. Уларҙы күргәс, ҡаршыларға тип урынынан торҙо ла, ергә тиклем баш эйеп, былай тине:


Ғәфрон халҡы араһында ултыра ине. Ул, ҡала ҡапҡаһы янында йыйылған барлыҡ хиттиҙәр ҙә ишетерлек итеп, Ибраһимға:


Хамор менән Шәхәм, ҡала ҡапҡаһына сығып, ҡалала йәшәүселәргә:


Ул, таңдан тороп, ҡала ҡапҡаһы янына баҫа ла дәғүә менән батша хөкөмөнә килгән һәр кешене үҙенең янына саҡыртып ала: – Һин ҡайһы ҡаланан? – тип һораша. Йомош менән килгән кеше: – Ҡолоң Исраилдың фәлән-фәлән ырыуынан, – тип яуап биргәндән һуң,


Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат затлы кейемдәрен кейеп, Самария ҡапҡаһы янындағы ырҙында һәр береһе үҙенең тәхетенә ултыра, ә бөтә пәйғәмбәрҙәр улар алдында пәйғәмбәрлек итә.


Ҡала ҡапҡаһы янына сығып, Майҙанда урынымды алған сағымда


Хөкөмләшкәндә һүҙем үткәнде белеп, Етемгә ҡул күтәргән булһам –


Ире ҡала ҡапҡаһы янында яҡшы таныш, илдең аҡһаҡалдары ҡоронда ултырыр.


«Эй бөтә сарсағандар, һыуға килегеҙ! Аҡсаһы булмағандар, килегеҙ, алығыҙ, ашағыҙ; Килегеҙ, көмөш түләмәйенсә, Бушлай алығыҙ шарап менән һөттө!


Был хаҡта һатып алыу ҡағыҙы яҙып мөһөр баҫтым һәм, шаһиттар саҡырып, көмөштө үлсәп бирҙем.


Яуызлыҡты кире ҡағып, яҡшылыҡты үҙ итегеҙ, Ҡала ҡапҡаһы янында хаҡ хөкөмдө тергеҙегеҙ, Бәлки, шул саҡ Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Йософ нәҫеленең иҫән ҡалғандарын аяр.


– Эй, әйҙәгеҙ! Төньяҡ илдән ҡасығыҙ, – Раббы шулай тип белдерә. – Сөнки Мин һеҙҙе күктең елеләй дүрт тарафҡа ебәрҙем.


Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ҡалаларҙа халыҡҡа ғәҙел хөкөм ҡылһындар өсөн һәр ырыуға хөкөмдарҙар һәм етәкселәр тәғәйенләгеҙ.


яуызлыҡты эшләгән ир йәки ҡатынды ҡала ҡапҡаһы янына сығар ҙа таш бәреп үлтер.


ата менән әсә улдарын үҙҙәре йәшәгән ҡала ҡапҡаһы алдына аҡһаҡалдарға алып килһен.


Әгәр ҙә был кеше туғанының тол ҡалған ҡатынына өйләнергә теләмәһә, ҡатын, ҡала ҡапҡаһы янына барып, аҡһаҡалдарға: «Ҡәйнешем Исраилда туғанының исемен йәшәтеүҙән баш тарта, минең алдағы бурысын үтәмәй», – тип әйтһен.


Ул ошо ҡалаларҙың береһенә ҡасып барып, ҡала ҡапҡаһы алдына баҫһын да ҡала аҡһаҡалдарына ни булғанын һөйләп бирһен. Уны ҡалаға индерһендәр һәм йәшәп торор өсөн урын бирһендәр.


Дөрөҫ әйтәһең, мин һеҙҙең ғаиләгеҙҙең йолоусыһымын, шуға ла ярҙам итергә тейешмен, ләкин һинең миңә ҡарағанда ла яҡыныраҡ туғаның бар.


Ҡәйнәһе: – Ҡыҙым, сабыр ғына көт, оҙаҡламай эштең ни менән бөтөрөн белерһең. Сөнки ул әйткән һүҙен көнөндә тамамламайынса тыныслана торған кеше түгел, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ