Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Руҫ китабы 1:17 - Изге Яҙма

17 Һин ҡайҙа үләһең, мин дә шунда үлермен, мин дә шунда ерләнермен. Әгәр ҙә беҙҙе тик үлем генә айырмаһа, мине Раббының ҡаты ҡәһәре һуҡһын! – тип яуап ҡайтарҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Һин ҡайҙа үләһең, мин дә шунда үлермен, мин дә шунда ерләнермен. Әгәр ҙә беҙҙе тик үлем генә айырмаһа, мине Раббының ҡаты ҡәһәре һуҡһын! – тип яуап ҡайтарҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Һин ҡайҙа үләһең, мин дә шунда үлермен, мин дә шунда ерләнермен. Әгәр ҙә беҙҙе тик үлем генә айырмаһа, мине Раббының ҡаты ҡәһәре һуҡһын! – тип яуап ҡайтарҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Руҫ китабы 1:17
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иттай батшаға былай тип яуап ҡайтарҙы: – Тере Раббы ла, хакимым батша ла шаһит: үлем өсөнмө, йәшәү өсөнмө хакимым батша ҡайҙа булһа, мин ҡолоң да шунда буласаҡмын.


Ғамасаға иһә әйтегеҙ: «Һин минең йәнем менән тәнем түгелме ни? Әгәр ҙә мәгәр һине Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуймаһам, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн».


Һәммә халыҡ көн дауамында Дауытҡа ашарға тәҡдим итте, әммә ул: «Әгәр ҙә мин ҡояш байығанға тиклем ауыҙыма икмәк йәки башҡа берәй ризыҡ ҡаба ҡалһам, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тип ант итте.


Раббы Дауытҡа нимә тип ант итһә, шуны эшләйем: батшалыҡты Шаул нәҫеленән тартып алам да Исраил менән Йәһүҙә тәхетенә – Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем – Дауытты ултыртам. Әгәр шуны эшләмәһәм, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын мине, – тине.


Алла бәндәһен дәфен ҡылғандан һуң, улдарына: – Үлгәндән һуң, мине лә Алла бәндәһе янына ҡуйығыҙ, һөйәктәре эргәһенә минең һөйәктәремде лә һалығыҙ, – тине. –


Изевел Ильясҡа: «Әгәр ҙә иртәгә ошо ваҡытҡа мин һиңә һин пәйғәмбәрҙәргә эшләгәнде эшләмәһәм, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тигән хәбәр ебәрҙе.


Шунан Сөләймән батша Раббы исеме менән ант итте: – Әгәр Адонияһтың был теләге башына етмәһә, мине Раббының ҡаты ҡәһәре һуҡһын! – тине. –


Бынан һуң Бен-Һадад уға: – Самариянан ҡалған саң-туҙан яугирҙәремә ҡуш услап алырға етһә, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тигән хәбәр ебәрҙе.


– Әгәр бөгөн Шафат улы Ильясиғиндың башы урынында ҡалһа, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн, – тине батша.


Ерҙең һәр тарафында һуғыштарға сик ҡуя, Уҡ-йәйәләрҙе, һөңгөләрҙе һындырып ташлай. Яу арбаларын утҡа яға.


Ул килеп, Алланың бындағы кешеләргә булған мәрхәмәтен күргәс, шатланды һәм бөтәһен дә Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.


Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.


Ләкин Рут: – Яңғыҙыңды ташлап ҡалдырырға өгөтләмә мине. Һин ҡайҙа барһаң, мин дә шунда барам, һин ҡайҙа төйәкләнһәң, мин дә шунда төйәкләнәм. Һинең халҡың – минең халҡым, һинең Аллаң минең Аллам булыр.


Ул тормошоңдо яңыртыр, ҡартлығыңда үҙеңә терәк булыр! Уны бит һиңә ете улдан да артыҡ булған, һине яратҡан киленең табып бирҙе!


– Әгәр Йонаҫан үлтерелмәһә, мине Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тине Шаул.


Әгәр атам һиңә яуызлыҡ уйлаһа, был хаҡта һиңә хәбәр итмәһәм һәм һинең иҫән-аман ҡасып китеүеңә юл ҡуймаһам, миңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн! Раббы нисек атайым менән булған, һинең менән дә шулай юлдаш булһын.


Әгәр таңға тиклем Навал кешеләренең ир енесенән булған берәйһе ҡалһа, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн!» – тип килә ята ине.


– Раббы һиңә нимәләр әйтте? – тип һораны Ғәли. – Минән йәшермәһәңсе. Үҙеңә әйтелгәндәрҙән берәй нәмәне йәшереп ҡалдырһаң, һиңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ