Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 9:33 - Изге Яҙма

33 Изге Яҙмала был таш тураһында былай тип әйтелгән: «Бына, Сионда кешеләрҙе абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая ҡуям. Әммә Уға ышанған һис кем оятҡа ҡалмаҫ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

33 Изге Яҙмала был таш тураһында былай тип әйтелгән: «Бына, Сионда кешеләрҙе абындырасаҡ бер таш һәм улар абынып йығыласаҡ бер ҡая ҡуям. Әммә Уға инаныусы һис кем оятҡа ҡалмаҫ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

33 Изге Яҙмала был таш тураһында былай тип әйтелгән: «Бына, Сионда кешеләрҙе абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая ҡуям. Әммә Уға ышанған һис кем оятҡа ҡалмаҫ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 9:33
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хурлыҡ һәм кәмһетеүҙәрҙе өҫтөмдән ал, Сөнки күрһәтмәләреңде ғәмәлгә ашырам.


Шуға күрә Раббы Хаким һеҙгә былай ти: «Бына, Мин Сионда һыналған, Баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташы, Ныҡлы нигеҙ ташы ҡуям. Уға ышанған һис кем ҡаушап төшмәҫ.


Ә Исраилды Раббы ҡотҡарыр. Был ҡотолоу мәңгелеккә булыр. Быуаттар буйы Исраил хур булмаҫ, оятҡа ҡалмаҫ.


Ҡурҡма, оятҡа ҡалмаҫһың! Тартынма, бүтән хурлыҡ күрмәҫһең. Йәшлегеңдә мәсхәрәләнгәнде оноторһоң, Тол саҡта кисергәндәреңде иҫкә алмаҫһың!


– Ә һеҙ Изге Яҙмала: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды. Был Раббы тарафынан эшләнде – күҙ алдыбыҙҙағы ғәжәйеп хәл», – тигәнде бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тине Ғайса. –


Был таш өҫтөнә йығылған һәр кем селпәрәмә киләсәк, ә инде таш кемдең өҫтөнә төшә, шуны иҙәсәк.


Имандаштар, мин ихлас күңелдән Исраил халҡының ҡотолоуын теләйем һәм был турала Аллаға доға ҡылам.


Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Уға ышанған һис кем оятҡа ҡалмаҫ».


Өмөт иһә алдамай, сөнки Алла Үҙенең мөхәббәтен беҙгә бирелгән Изге Рух аша йөрәктәребеҙгә мул итеп яуҙырҙы.


Имандаштар, әгәр сөннәткә ултыртылыуҙың кәрәклеген әле лә вәғәзләгән булһам, ни өсөн мине һаман эҙәрлекләйҙәр? Ул ваҡытта арҡысаҡ тураһында өйрәтеүем дә кәртә булып тормаҫ ине.


Бер ниндәй хәл дә мине хурлыҡҡа төшөрә алмауына, һәр ваҡыттағыса хәҙер ҙә ҡыйыу булырыма һәм, йәшәйемме мин, үләмме, Мәсихте бөтә йәнем-тәнем менән данларыма өмөтләнәм һәм ашҡынып көтәм.


Шул сәбәпле мин әле ғазап сигәм, ләкин оялмайым, сөнки Кемгә инанғанымды беләм һәм Уның миңә ышанып тапшырғанды килгән көнөнә тиклем һаҡлай алырына ышанам.


Шулай итеп, балалар, Мәсих килгәндә Уның алдында ҡыйыу һәм уңайһыҙланмай баҫып тора алыр өсөн, Мәсихтә йәшәгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ