Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 9:30 - Изге Яҙма

30 Ни тип әйтергә һуң? Аҡланыуға ынтылмаған бүтән халыҡтар аҡланыу алды. Был аҡланыу инаныу аша килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

30 Ни тип әйтергә һуң? Аҡланыуға ынтылмаған бүтән халыҡтар аҡланыу алды. Был аҡланыу иман аша булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

30 Ни тип әйтергә һуң? Аҡланыуға ынтылмаған бүтән халыҡтар аҡланыу алды. Был аҡланыу инаныу аша килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 9:30
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иманһыҙҙың юлы – Раббыға ҡәбәхәт, Ул хаҡлыҡ юлынан йөрөгәнде ярата.


Тәҡүәлеккә, тоғролоҡҡа ынтылғандар имен тормош, ҡәҙер-хөрмәт ҡаҙаныр.


«Ғәҙеллеккә ынтылғандар, Раббыны эҙләгәндәр, тыңлағыҙ Мине! Үҙегеҙ уйылып алынған ҡаяға, Үҙегеҙ соҡолоп алынған тау-ташҡа күҙ һалығыҙ.


Кем ысын йөрәктән ышана, шул Алла алдында тәҡүә булып һанала, ә тел ярҙамында иманды таныу ҡотолоу килтерә.


Ә Ишағыяһ Алла һүҙҙәре менән ҡыйыу рәүештә былай ти: «Мине эҙләмәгән кешеләр Мине тапты. Минең турала һорамағандарға Мин асылдым».


Ә иман аша килгән тәҡүәлек тураһында былай тиелә: «Күккә кем менер?» (йәғни Мәсихте төшөрөү өсөн). Йәки: «Упҡынға кем төшөр?» (йәғни Мәсихте үленән алып сығыу өсөн), – тип үҙ-үҙеңдән һорама.


Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтөп әйтәм.)


Уның сөннәткә ултыртылыуы сөннәтһеҙ саҡта уҡ иман менән тәҡүәлеккә һаналыуҙы раҫлаған билдә булды. Шуға ла ул сөннәтһеҙ килеш иман итеп тәҡүә һаналған бөтә кешеләрҙең рухи атаһы булды.


Алланың Ибраһимға һәм уның тоҡомона донъяны бирергә вәғәҙә итеүе Ибраһим ҡанун талаптарын үтәгән өсөн түгел, ә Алла уны иманы арҡаһында тәҡүә тип һанаған өсөн бирелде.


Бына ни өсөн Ибраһим «тәҡүә булып ҡабул ителде».


Шулай итеп, бәхетле булыу сөннәтлеләргә генә ҡағыламы, әллә сөннәт үтмәгәндәргә ләме? Беҙ: «Ибраһим үҙенең иманы менән тәҡүә ҡабул ителде», – тинек.


Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арала татыулыҡ урынлашты.


Ни тиергә һуң? Алла ғәҙел түгелме ни? Юҡ, әлбиттә!


Ә исраилдар ҡанун үтәү аша аҡланыу табырға тырышты, тик маҡсатына өлгәшә алманы.


Шулай ҙа кешеләрҙең ҡанун талаптарын үтәп түгел, ә Ғайса Мәсихкә инаныуыбыҙ аша ғына аҡланғанлығын беләбеҙ. Шуға күрә ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Мәсихкә инаныу аша аҡланыу өсөн, Ғайса Мәсихкә инандыҡ. Ҡанун талаптарын үтәү менән бер кем дә аҡлана алмаясаҡ.


Шулай итеп, Мәсих килгәс иман аша аҡланыу алыр өсөн, Ул килгәнгә тиклем беҙ ҡанун тәрбиәһе аҫтында булдыҡ.


Изге Яҙмала Алланың бүтән халыҡтарҙы имандары аша аҡлаясағы алдан әйтелгәйне, Ибраһимға: «Бөтә халыҡтар һинең аша фатиха алыр», – тигән Һөйөнөслө Хәбәр белдерелде.


Әммә беҙ Рух аша Алла алдында иман менән аҡланыуыбыҙҙы ышаныс менән көтәбеҙ.


Элек һеҙ Мәсихһеҙ, Исраил йәмғиәтендә булмайынса, Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә нигеҙләнгән килешеүҙән ситләтелеп, донъяла өмөтһөҙ һәм Аллаһыҙ йәшәй инегеҙ.


Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.


Нух иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтә донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


Ғүмерегеҙҙең шаҡтай өлөшөн мәжүсиҙәр кеүек аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа, эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирҙегеҙ һәм ерәнгес ялған илаһтарға табынып уҙғарҙығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ