Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 8:36 - Изге Яҙма

36 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һинең хаҡыңа үлем ҡурҡынысы аҫтындабыҙ, салыу һарығылай һаналабыҙ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

36 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һинең өсөн үлем ҡурҡынысы аҫтындабыҙ, беҙҙе салырға тәғәйенләнгән һарыҡ кеүек күрәләр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

36 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һинең хаҡыңа үлем ҡурҡынысы аҫтындабыҙ, салыу һарығылай һаналабыҙ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 8:36
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәнемде зиндандан сығар, Мин исемеңә рәхмәт уҡырмын. Һин миңә игелектәр ҡылғанда, Тәҡүәләр әйләнәмә тупланыр.


Эй батша ҡыҙы, тыңла, ҡара, ҡолаҡ һал, Инде үҙ халҡыңды, атаң йортон онот.


Уны иҙҙеләр, Ул ғазап сикте, әммә ауыҙын асманы. Салырға килтерелгән бәрәс шикелле, Йөнөн ҡырҡыусы алдында өнһөҙ торған һарыҡ кеүек Ауыҙын асманы.


Мин салырға илткән йыуаш бәрәс кеүек булғанмын. Миңә ҡаршы мәкер ҡорғандарын аңламағанмын. Ә улар былай тигән: «Ағасын да, емешен дә юҡ итәйек, Уны тереләр донъяһынан ҡырҡып ташлайыҡ, Хатта исеме лә хәтерҙә ҡалмаһын».


Ә мине беләһең, Раббы, күрәһең, Күңелемдең Һиндәлеген һынағанһың. Уларҙы салыу һарыҡтары һымаҡ ҡыуып алып кит, Боғаҙлау көнө өсөн айырып ҡуй.


Мин уларҙы һарыҡ бәрәселәй, Кәзә-һарыҡ тәкәләреләй салырға алып китермен.


Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар.


Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.


Хәбәши Изге Яҙманың ошо урынын уҡый ине: «Салырға килтерелгән һарыҡ шикелле, йөнөн ҡырҡыусы алдында өнһөҙ торған бәрәс кеүек, Ул ауыҙын асманы.


Ниңә һуң беҙ ҙә ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуябыҙ?


Мин көн һайын үлемдең күҙҙәренә тура ҡарайым. Имандаштар, был минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә һеҙҙең менән ғорурланыуым кеүек үк хаҡ.


Ә минең уйлауымса, Алла беҙҙе, Үҙенең илселәрен, үлемгә хөкөм ителгән кешеләр кеүек, аренала барған тамашаның аҙаҡҡы өлөшөнә ҡуйҙы. Беҙ донъя, фәрештәләр һәм кешеләр өсөн тамаша булып ҡалдыҡ.


Үҙебеҙгә түгел, ә үлгәндәрҙе терелтеүсе Аллаға таянырға өйрәнер өсөн, беҙ үҙебеҙҙе үлемгә хөкөм ителгәндәр кеүек хис иттек.


Мәсих хеҙмәтселәреме? Әйткәнем аҡылһыҙлыҡ булып яңғыраһа ла, әйтәм: мин уларҙан артығыраҡ. Күпкә ауырыраҡ эштәр башҡарҙым, төрмәләргә лә йыш ябылдым, туҡмалыуҙарымдың иҫәбе юҡ һәм үлем хәлендә лә күп мәртәбәләр булдым.


билдәһеҙ тип һанаһалар ҙа, танылғанбыҙ; һәр саҡ үлем янаһа ла, күреүегеҙсә, теребеҙ; яза бирһәләр ҙә, үлтерелмәгәнбеҙ;


Мин Мәсихтең Үҙен танырға, Уның үленән терелеү ҡөҙрәтен белергә, ғазаптарын уртаҡлашырға һәм Мәсихтең үлемендә Уға оҡшарға теләйем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ