Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 7:24 - Изге Яҙма

24 Бәхетһеҙ кешемен мин! Үлемгә дусар булған кәүҙәмдән мине берәйһе ҡотҡарырмы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

24 Бәхетһеҙ кешемен мин! Үлемгә дусар иткән был аяныслы хәлемдән берәйһе ҡотҡарырмы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Бәхетһеҙ кешемен мин! Үлемгә дусар булған кәүҙәмдән мине берәйһе ҡотҡарырмы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 7:24
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

халҡыңдан берәйһе йәки бөтә Исраил Һиңә мөрәжәғәт итһә, һәр кем үҙ йөрәгендәге хәсрәтен әйтеп, доға һәм ялбарыу менән ошо йортҡа табан ҡулдарын һонһа,


Шөкөрана ҡылығыҙ Раббыға, Эй һеҙ, Уның фәрештәләре, Уның һүҙҙәрен тыңлаған, Әйткәндәрен ғәмәлгә ашырған ҡөҙрәт эйәләре!


Ҡарар иттем: «Аҙымымды абайлап баҫайым, Телемде гонаһ һөйләүҙән тыяйым; Яуыз әҙәм янымда булғанда, Ауыҙымды ауыҙлыҡлап тотайым».


Үлгәс бит бер кем дә Һине иҫкә алмай. Кем шөкөр итер Һиңә үлеләр донъяһынан?


Бар батшалар алдында ергә ҡапланһын, Бөтөн ҡәүемдәр уға хеҙмәт итһен!


Бына шулай ул залимдар – Байлыҡтарын арттырып, рәхәт йәшәйҙәр.


„Тоҡомоң һинең мәңгегә дауам итер, Тәхетең быуындан-быуынға күсер“». Села


– Йәрүсәлим ҡалаһын урап сыҡ. Унда эшләнгән бөтә әшәкелектәрҙе күреп ҡайғырған һәм ыңғырашҡан кешеләрҙең маңлайына тамға һал, – тине.


Ғәйре беҙгә йәнә миһырбанлы булырһың, Ғәйептәрҙе беҙҙең юйып ташларһың, Гонаһтарҙы диңгеҙ упҡынына ырғытырһың.


Хәсрәтлеләр бәхетле, сөнки улар йыуаныс табыр.


Дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле, сөнки улар туйыныр.


«Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн мәсехләне. Ул Мине әсирҙәргә – ирек, һуҡырҙарға – күрә башлауҙарын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе азат итергә


Беҙ беләбеҙ, тормошобоҙҙо гонаһ хакимлығынан ҡотҡарыу һәм бүтәнсә гонаһ ҡоло булмау өсөн, беҙҙең элекке, гонаһлы, асылыбыҙ Ғайса Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды,


Гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса йәшәһәгеҙ, үләсәкһегеҙ. Ә Алла Рухы ярҙамында тәндең гонаһлы эштәрен үлтерһәгеҙ инде, ул саҡта йәшәйәсәкһегеҙ.


сөнки йәшәү биреүсе Изге Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.


Улар ғына түгел, Алла бүләктәренең тәүгеһе булған Изге Рухҡа эйә булып беҙ ҙә, Алланың беҙҙе Үҙенә балалар итеп алып, тәнебеҙҙе азат итеүен түҙемһеҙлек менән көтөп, эстән генә ыңғырашабыҙ.


Шулай уҡ Рух та беҙгә ярҙам итә, сөнки беҙ көсһөҙ, нимә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген дә белмәйбеҙ, ә Рух Үҙе һүҙ менән генә аңлатып булмаҫлыҡ көрһөнөү менән беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.


Мәсихтә булып, һеҙ кеше ҡулы башҡарған сөннәт менән түгел, ә Мәсих сөннәте менән сөннәтләндегеҙ. Шуның менән һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең хакимлығынан азат ителдегеҙ.


Раббы мине бөтөн яуызлыҡтарҙан йолоп алыр һәм Үҙенең күктәге Батшалығы өсөн һаҡлар. Уға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.


Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ