Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 7:14 - Изге Яҙма

14 Ҡанундың Рух аша бирелгәнлеген беләбеҙ, ә мин – гонаһҡа ҡолдай һатылған донъяуи әҙәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Ҡанундың Рух аша бирелгәнлеген беләбеҙ, ә мин иһә гонаһлы тәбиғәтем хакимлығындамын һәм гонаһҡа ҡол итеп һатылғанмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Ҡанундың Рух аша бирелгәнлеген беләбеҙ, ә мин – гонаһҡа ҡолдай һатылған донъяуи әҙәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 7:14
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исмәғил кешеләренә һатайыҡ та ебәрәйек, ҡулыбыҙ ҙа таҙа булыр. Ул барыбер беҙҙең ҡәрҙәшебеҙ, бер ҡан бит, – тине. Ағай-эне бының менән килеште.


Ә Мидйән сауҙагәрҙәре Йософто Мысырға алып барып, унда Потифарға – фирғәүендең һарай хеҙмәтсеһенә, һаҡсылар башлығына – һатып ебәрҙеләр.


Мине ғивриҙәр еренән урлап алып килделәр. Бында ла зинданға бикләрлек бер нәмә лә эшләмәнем!


– Нимә, дошманым, тоттоңмо мине? – тине Ахав Ильясҡа. – Тоттом, – тип яуапланы пәйғәмбәр. – Сөнки һин Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәргә бирелдең.


Бығаса Ахав һымаҡ бер кемдең дә шул ҡәҙәрле Раббы күҙендә яман булған эштәргә бирелгәне юҡ ине. Ҡатыны Изевел уны гел генә ҡотортоп торҙо.


Ул-ҡыҙҙарын ҡорбанға килтереп, утта яндырҙылар, сихыр һәм күрәҙәлек менән шөғөлләнделәр. Раббы хуш күрмәгән бөтә был яманлыҡтарҙы ҡылып, Уның асыуын килтерҙеләр.


Шуға күрә әйткән һүҙҙәремдән кире ҡайтам, Көл-туҙан өҫтөндә ултырған килеш тәүбә итәм».


Мәкерле тел! Йәрәхәтләй торған һүҙҙәрҙе һин хуп күрәһең.


Ысынлап та, мин барлыҡ кешеләрҙән дә томанараҡмын, кешенең аҡыл-зирәклеге миндә юҡ икән.


Алланың һәр әйткәне һыналған һәм саф: Ул – Үҙенә һыйынғандар өсөн ҡалҡан.


Раббы былай ти: «Мин ҡыуып ебәргән әсәгеҙҙең айырылышыу ҡағыҙы бармы әллә? Йәки Мин һеҙҙе берәйһенә бурысымды ҡайтарыр өсөн һатып ебәрҙемме? Юҡ, һеҙ гонаһтарығыҙ өсөн һатылдығыҙ, Әсәйегеҙ һеҙҙең енәйәтегеҙ арҡаһында ҡыуылды.


Раббы былай ти: «Һеҙ бушҡа һатылғайнығыҙ, Аҡсаһыҙ йолоп алынырһығыҙ!»


– Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе.


Әгәр йоғошло тире ауырыуы кешенең бөтә тәненә йәйелгән һәм баштан-аяҡ ҡаплап алған булһа, ҡаһин уның бөтә тәнен ҡарарға тейеш.


Әгәр ҙә сей яра уңалып, тиреһе ағарһа, был кеше ҡаһинға тағы күренһен.


Үҙ халҡыңдан булған бер кемдән дә үс алма, һис кемгә ҡарата кенә тотма. Яҡыныңды үҙеңде яратҡан һымаҡ ярат. Мин – Раббы.


Раббы былай ти: «Исраил енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Тәҡүә кешене – көмөш тингә, Ярлы-ябағаны бер пар ҡатаға һатҡан өсөн Уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым.


Әммә Ғайса Петрусҡа боролоп: – Кит янымдан, Иблис! Һин Мине юлдан яҙҙырырға маташаһың, һин Алла уйлағанса түгел, әҙәмсә фекерләйһең, – тине.


Уның түләрлек аҡсаһы булмағас, бурысын ҡайтарыр өсөн, батша уның үҙен дә, ҡатынын да, балаларын да, бөтә мөлкәтен дә һатырға әмер биргән.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотҡан кешене лә хөкөм көтә. Туғанына «мәғәнәһеҙ» тип әйтеүсе Юғары кәңәшмә алдында яуап тоторға, ә «ахмаҡ» тиеүсе йәһәннәм утына тарттырылырға тейеш.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: ҡатын-ҡыҙға енси теләк менән ҡараған кеше күңелендә уның менән инде зина ҡылған була.


Шимғон Петрус был хәлде күреп: – Хакимым, кит минең янымдан! Мин гонаһлы, – тип Ғайсаның тубығына йығылды.


Ғайса аҡһаҡалдар менән китте. Өйөнә етеп килгән саҡтарында, йөҙ башы Ғайсаға үҙенең дуҫтарын ебәрҙе һәм: – Мәшәҡәтләнмә, Әфәндем! Мин Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип әйтергә ҡушты. –


Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтәһенең дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде.


Беҙ беләбеҙ, тормошобоҙҙо гонаһ хакимлығынан ҡотҡарыу һәм бүтәнсә гонаһ ҡоло булмау өсөн, беҙҙең элекке, гонаһлы, асылыбыҙ Ғайса Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды,


Миндә, йәғни гонаһлы тәбиғәтемдә, бер генә изгелек тә йәшәмәгәнлеген беләм. Миндә яҡшылыҡ эшләү теләге булһа ла, башҡара алмайым.


Шуның кеүек, беҙ ҙә бала саҡта донъяның идара итеүсе көстәре ҡоллоғонда инек.


Миңә, бөтә изгеләр араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, йәнең һәм бар көсөң менән ярат.


Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарҙан да үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде – рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ