Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 7:11 - Изге Яҙма

11 сөнки гонаһ, ошо бойороҡтан файҙаланып, мине алданы һәм уның аша үлтерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

11 Сөнки гонаһ, ошо әмерҙән файҙаланып, мине алдап, уның аша үлемгә килтерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 сөнки гонаһ, ошо бойороҡтан файҙаланып, мине алданы һәм уның аша үлтерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 7:11
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Алла ҡатындан: – Ниңә улай эшләнең? – тип һораны. Ҡатын: – Мине йылан ҡотортто, шуға ашаным, – тине.


Был көл ашау һымаҡ буш эш. Алданған йөрәге уны аҙаштыра, Ул үҙен ҡотҡара алмаҫ. «Уң ҡулымдағы был нәмә Алдатҡыс түгелме?» – тимәҫтәр.


Кеше йөрәгенән дә хәйләкәре юҡ, Уны дауалап булаһы түгел. Уны кем һуң аңлай алыр?


Эй һин, торлағын ҡая ярыҡтарында һалған, Сәскән дәһшәтең менән йөрәгеңдең тәкәбберлеге алданы һине! Тау түбәләрен төйәк итһәң дә, Ояңды бөркөт кеүек юғарыға ҡорһаң да, Унан да һине бәреп төшөрөрмөн, – тип белдерә Раббы. –


Эй һин, ҡая ярыҡтарында төйәкләнгән. Йортоңдо юғарыла төҙөгән, Йөрәгәңдең тәкәбберлеге алданы һине, Һауаланып: „Кем һуң мине Ергә атып бәрә алыр?“ – тиһең.


Ҡанун талаптарын үтәү менән Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит, ә ҡанун аша гонаһтың нимә икәнлеген төшөнәбеҙ.


Шулай итеп, был яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙеме ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә гонаһ, гонаһ булып танылһын өсөн, яҡшы нәмә арҡылы миңә үлем килтерҙе. Тимәк, бойороҡ арҡаһында гонаһтың ни тиклем яман икәнлеге күренде.


Әммә гонаһ, ошо бойороҡтан файҙаланып, миндә төрлө нәфселе теләктәр уятып ебәрҙе, ә ҡанун булмағанда гонаһ үле.


Алдатҡыс нәфсе менән мауығып, аҙғынлыҡ юлынан барған элекке кешенең бығаса алып барған йәшәү рәүешенән баш тартып,


Киреһенсә «бөгөн» тигән һүҙ әлегә ғәмәлдә булған саҡта, берегеҙ ҙә гонаһҡа алданып тиҫкәреләнмәһен өсөн, бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ.


Һүҙҙе тыңлап ҡына ҡалмағыҙ, уны үтәгеҙ ҙә, шунһыҙ үҙ-үҙегеҙҙе алдайһығыҙ ғына.


Кемдер үҙен диндар тип һанап та, телен йүгәнләй алмай икән, ул үҙ-үҙен алдай, һәм уның диндарлығынан фәтүә юҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ