7 сөнки үлгән кеше гонаһтан азат ителә бит.
7 үлгән кеше гонаһтан азат ителде бит.
Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла аҡылының хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә.
Әлбиттә, юҡ. Гонаһҡа ҡарата беҙ үлгәнбеҙ. Шулай булғас, нисек артабан гонаһ эсендә йәшәрбеҙ?
Беҙ Мәсих менән үлгәнбеҙ икән, Уның менән йәшәйәсәгебеҙгә лә ышанабыҙ.
Мәҫәлән, ирле ҡатын ире иҫән саҡта ҡанун буйынса уға бәйле, әммә ире үлһә – иренә бәйләп торған ҡанундан азат була.
Һеҙҙең менән дә шулай, имандаштарым. Һеҙ Башҡаға, йәғни үленән терелтелгән икенсе Берәүгә тәғәйен булыр өсөн Мәсихтең үлеме аша ҡанун өсөн үлдегеҙ. Ошо арҡала беҙ уңышты Аллаға килтерә алабыҙ.
Шулай итеп, Ғайса Мәсихтә булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ,
Шулай итеп, Мәсих тән ғазабы кисергән кеүек, был донъялағы ҡалған ваҡытты инде әҙәм нәфсеһе буйынса түгел, Алла ихтыяры буйынса йәшәр өсөн, һеҙ ҙә Уныҡы кеүек үк фекерләү рәүеше менән ҡоралланығыҙ, сөнки тән ғазабы кисереүсе гонаһлы тормош алып барыуҙан баш тартты.