Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 5:20 - Изге Яҙма

20 Ҡанун иһә енәйәт артһын өсөн кертелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

20 Кеше ҡылған енәйәттәрҙең күплеген күрһәтеү өсөн ҡанун индерелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Ҡанун иһә енәйәт артһын өсөн кертелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 5:20
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә мин намыҫлы йәшәйем, Йолоп ал, шәфҡәтле булсы миңә!


«Әйҙә килегеҙ, инде бергәләп уйлашайыҡ, – ти Раббы, – Гонаһтарығыҙ ҡан-ҡыҙыл төҫтә булһа, Ҡар һымаҡ салт аҡ ҡалырҙар. Әгәр улар ҡарағусҡыл ҡыҙыл икән, Ап-аҡ йөн кеүек булырҙар.


Һин хурлығыңды үҙең күтәр. Сөнки ҡыҙ туғандарыңды бер ни тиклем аҡланың. Ҡылған гонаһтарың уларҙыҡынан да ерәнгесерәк булғанға күрә, уларҙы тоғрораҡ итеп күрһәттең. Оятыңдан һин дә ҡыҙар, ҡыҙ туғандарыңды шул рәүешле аҡлап, мәсхәрәңде күтәр!


Муса баҡыр йылан яһаны, уны таяҡҡа тағып ҡуйҙы һәм йыландан сағылыусылар, баҡыр йыланға ҡарап, тере ҡалды.


Киске биштә ялланғандар килеп, һәр ҡайһыһы берәр динар аҡса алған.


Барығыҙ, «Мин ҡорбан түгел, мәрхәмәт теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырышығыҙ. Мин бит тәҡүә кешеләрҙе түгел, гонаһлыларҙы саҡырырға килдем, – тине.


Һиңә ни өсөн икәнлеген әйтәм: уның күп гонаһтары ғәфү ителде, шуның өсөн Миңә ҡарата уның мөхәббәте ҙур. Аҙ ғәфү ителгән кешенең мөхәббәте лә аҙ.


Ҡараҡ ул урлау, үлтереү һәм һәләк итеү өсөн генә килә. Мин иһә уларға тормош, тулы мәғәнәһендә тормош бирергә килдем.


Мин донъяға килеп уларға һөйләмәгән булһам, ғәйепле булмаҫтар ине, ә хәҙер ғәйептән аҡланыр саралары юҡ.


Ҡанун үҙе менән Алланың асыуын алып килә. Әммә ҡанун булмаған ерҙә ҡанунды боҙоу ҙа булмай.


Нимә тип әйтергә һуң? Мәрхәмәт артһын өсөн, гонаһ ҡылыуҙы дауам итәйекме?


Ул саҡта гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ, сөнки һеҙ ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ