Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 5:19 - Изге Яҙма

19 Берәүҙең тыңлауһыҙлығы арҡаһында күптәр гонаһлы булғандай, бер Кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

19 Берәүҙең тыңлашмаусанлығы арҡаһында күптәр гонаһҡа төшкән кеүек, бер Кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Берәүҙең тыңлауһыҙлығы арҡаһында күптәр гонаһлы булғандай, бер Кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 5:19
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Енәйәттәрҙе туҡтатыу, Гонаһығыҙ юйылһын, Ғәйебегеҙ йолонһон өсөн, Мәңгелеккә дөрөҫлөк урынлашһын, Күренмешең һәм пәйғәмбәрлегең Раҫланып мисәтләнһен, Иң мөҡәддәс урын изгеләнһен өсөн, Һинең халҡыңа һәм изге ҡалаңа Етмеш тапҡыр етешәр йыл ваҡыт билдәләнде.


сөнки Алла, барыһына ла шәфҡәт күрһәтер өсөн, һәммәһен дә буйһонмауҙың тотҡоно итте.


Тәүге кеше – Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ килеп инә. Гонаһ менән бергә үлем килә, һәм был үлем бөтә кеше араһында тарала, сөнки бөтәһе лә гонаһ ҡылды.


Тик Әҙәмдең енәйәтен Алланың бүләге менән сағыштырып булмай. Берәүҙең гонаһы күпме кешене үлемгә дусар иткән, әммә Алланың мәрхәмәте һәм бер Кеше – Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте менән бирелгән бүләк күптәр өсөн тағы ла ҙурыраҡ бүләк була.


Шулай итеп, берәүҙең енәйәте бөтә кешеләргә хөкөм килтерһә, Берәүҙең хаҡ эше барлыҡ кешеләргә аҡланыу һәм тормош килтерә.


Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Ул быны Үҙенең ғәзиз Улында беҙгә бүләк итеп биргән бөйөк мәрхәмәте маҡталһын өсөн эшләне.


Үҙенең үлеменә тиклем, ул ғына ла түгел, арҡысаҡтағы үлемендә лә Үҙен түбән ҡуйҙы һәм тыңлаусан булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ