Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 4:14 - Изге Яҙма

14 Әгәр ҙә ҡанун талабын үтәгәндәр Алланың вәғәҙә иткәнен алһа, ул саҡта иман мәғәнәһен юғалтыр, вәғәҙә үҙе лә юҡҡа сығыр ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Әгәр ҙә ҡанун тотоуға таяныусылар Алла вәғәҙә иткән мираҫты алһа, ул саҡта иман мәғәнәһен юғалтыр, вәғәҙә үҙе лә юҡҡа сығыр ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Әгәр ҙә ҡанун талабын үтәгәндәр Алланың вәғәҙә иткәнен алһа, ул саҡта иман мәғәнәһен юғалтыр, вәғәҙә үҙе лә юҡҡа сығыр ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 4:14
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Минең ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ҙә шулай булыр. Миңә буп-буш кире ҡайтмаҫ, Теләгәнемде ғәмәлгә ашырыр, Нимәгә ебәргәнмен, шуны башҡарыр».


Бына ошо урында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең ниәттәрен бушҡа сығарасаҡмын. Уларҙы дошмандарының ҡылысына тапшырам – үлемдәрен көҫәгәндәрҙең ҡулынан һәләк буласаҡтар. Мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға һәм ерҙәге йәнлектәргә емтек итеп бирәсәкмен.


быны ире ишетеп тә, бер ни ҙә әйтмәһә, тыймаһа, уның бөтә нәҙере һәм үҙен бәйләгән вәғәҙәләре көсөндә булыр.


Әгәр ире быны ишеткән көндә лә, икенсе көндә лә өндәшмәһә, ҡатындың нәҙере һәм вәғәҙәһе раҫланған булыр, сөнки ире быларҙы ишетеп тә, өндәшмәне.


Шулай итеп, беҙ иманыбыҙ менән ҡанунды юҡҡа сығарабыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, беҙ ҡанунды раҫлайбыҙ.


Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәтле бүләк булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә: ҡанундың үтәлеүенә өмөт бағлаусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иманлы булғандар өсөн дә ышаныслы. Изге Яҙмала: «Һине күп халыҡтарҙың атаһы иттем», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим – барыбыҙға ла ата. Ул үҙе ышанған Алла, үлеләрҙе терелткән, булмағанды бар ҡылған Алла алдында бөтәбеҙ өсөн дә ата.


Мәсих бүлгеләндеме ни? Әллә Паулус һеҙҙең хаҡҡа арҡысаҡҡа ҡаҙаҡландымы? Бәлки, һеҙ Паулус исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үткәнһегеҙҙер?


Алла мәрхәмәтен кире ҡаҡмайым. Әгәр кеше ҡанунды үтәү юлы менән аҡлана икән, Мәсих юҡҡа үлгән булып сыға.


Һеҙ үҙегеҙҙе ҡанун менән аҡларға тырышаһығыҙ икән, тимәк, Мәсихтән айырылдығыҙ, Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалдығыҙ.


сөнки ҡанун бер нәмәне лә камиллыҡҡа алып барып еткермәне. Уның урынына беҙгә яҡшыраҡ нәмә – өмөт бирелде. Уның аша беҙ Аллаға яҡынаябыҙ.


Муса ҡануны баш ҡаһин итеп кешеләргә хас кәмселектәре булған әҙәмдәрҙе билдәләй. Ә ҡанундан һуң бирелгән ант буйынса Баш Ҡаһин итеп Алла Улы билдәләнде. Ул – мәңгелек камиллыҡҡа өлгәшкән Зат.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ