Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 4:13 - Изге Яҙма

13 Алланың Ибраһимға һәм уның тоҡомона донъяны бирергә вәғәҙә итеүе Ибраһим ҡанун талаптарын үтәгән өсөн түгел, ә Алла уны иманы арҡаһында тәҡүә тип һанаған өсөн бирелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

13 Ибраһимға һәм уның тоҡомона донъя вариҫы булыу тураһындағы вәғәҙә ҡанун аша түгел, ә имандан килгән хаҡлыҡ аша бирелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Алланың Ибраһимға һәм уның тоҡомона донъяны бирергә вәғәҙә итеүе Ибраһим ҡанун талаптарын үтәгән өсөн түгел, ә Алла уны иманы арҡаһында тәҡүә тип һанаған өсөн бирелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 4:13
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һиңә берәү фатихаһын бирһә, Мин дә уға фатихамды бирермен! Һине ҡәһәрләгәнде ҡәһәрләрмен! Ер йөҙөндәге барса халыҡтар Һинең аша фатиха аласаҡ.


Мин уға фатиха ҡылам һәм унан һиңә бер ул бирәм. Уға фатихамды бирәм: ул халыҡтарҙың әсәһе булыр, нәҫеленән батшалар сығыр.


Ҡом бөртөгө күпме булһа, нәҫел-ырыуың да шул саҡлы күп булыр, улар көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ла таралып ултырыр. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең һәм һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр.


Хужаһы килгәнгә тиклем Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ. Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ. Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ.


Һора Минән, милек итеп ҡәүемдәрҙе, Биләмәгә ерҙең һәр тарафын бирәм.


Әйтә ямандар: «Алла нисек белһен? Ҡайҙан белһен Юғарыларҙан Юғары?»


Беҙ һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек: Алла Ғайсаны терелтеп, аталарыбыҙға биргән вәғәҙәне беҙҙең өсөн, йәғни уларҙың балалары өсөн, ғәмәлгә ашырҙы. Был Зәбүр китабының икенсе мәҙхиәһендә яҙылғанса булды: «Һин – Минең Улым, Мин бөгөндән Һиңә Ата булдым».


Ибраһим – шулай уҡ сөннәтлеләрҙең дә атаһы, йәғни был йоланы үтәгән генә түгел, ә Ибраһимдың сөннәтләнгәнгә тиклем тотҡан иманы юлынан барыусыларҙың да атаһы.


Йәғни тәбиғи рәүештә тыуған балалар Алла балалары тигән һүҙ түгел, Алла вәғәҙәһе буйынса тыуған балалар Уның балалары һанала.


Мәсихтеке икәнһегеҙ, тимәк, һеҙ – Ибраһимдың тоҡомдары һәм Алланың вәғәҙә иткәнен мираҫ итеп бүлешерһегеҙ.


Нух иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтә донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


Ә ҡаһин Мәлки-Садиҡ, Леви тоҡомонан булмаһа ла, Ибраһимдың табышының ундан бер өлөшөн ҡабул итә һәм уға, Алла вәғәҙәһен алған кешегә, фатихаһын бирә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ