Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 16:4 - Изге Яҙма

4 Улар минең хаҡыма ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтә берҙәмлектәре лә рәхмәтле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

4 Улар минең тормошом хаҡына ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтөн берҙәмлектәре лә рәхмәтле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Улар минең хаҡыма ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтә берҙәмлектәре лә рәхмәтле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 16:4
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дошмандарҙы арҡалары менән борҙоң, Миңә үс тотоусыларҙы тар-мар иттем.


Шуның өсөн Раббы былай ти: «Был нәҫелгә бәлә әҙерләйем, Яурынығыҙҙан һелкеп төшөрә алмаҫһығыҙ. Залим заман килер өҫтөгөҙгә – Башығыҙҙы текә тотоп йөрөмәҫһегеҙ.


Дуҫтары өсөн үҙенең йәнен фиҙа ҡылған кешенең яратыуынан да бөйөк яратыу юҡ.


берҙәмлектәрҙе нығытып, Сүриә һәм Киликия өлкәләре аша үтте.


Берҙәмлектәрҙең иманы нығынды һәм иманға килеүселәрҙең һаны көндән-көн арта барҙы.


Бөтә Йәһүҙиә, Галилея һәм Самария имандаштар берҙәмлегендә тыныслыҡ урынлашты, һәм ул нығынды. Раббы ҡаршыһында ҡурҡып йәшәгәнгә һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы.


Минең менән бергә Ғайса Мәсихкә хеҙмәт иткән Прискилла менән Акуласҡа сәләм әйтегеҙ.


Уларҙың йортонда йыйылыусы берҙәмлеккә лә сәләмдәремде еткерегеҙ. Асия өлкәһендә Мәсихкә беренсе булып инанған ҡәҙерле дуҫым Әпәйнетосҡа сәләм тапшырығыҙ.


Кемдең дә булһа хатта тәҡүә кеше хаҡына үлергә риза булыры икеле, хәйер, кемдер, бәлки, игелекле кеше өсөн үлемгә барырға ла батырсылыҡ итер.


Йәрүсәлимдәге изгеләр өсөн хәйер йыйыуға килгәндә, Галатиялағы берҙәмлектәргә ниндәй күрһәтмәләр бирһәм, һеҙ ҙә шулай эшләгеҙ.


Бүтән осраҡтарҙа һәр кем Раббы билдәләгәнсә һәм Алла саҡырғандағы кеүек йәшәһен. Бөтә берҙәмлектәргә күрһәтмәм шундай.


Ул, хеҙмәтегеҙҙең етешмәгән яҡтарын еренә еткереү өсөн, үҙ ғүмерен Мәсих эше хаҡына ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үлемдән саҡ тороп ҡалды.


Имандаштар, һеҙ ҙә Йәһүҙиәлә урынлашҡан, Ғайса Мәсихтәге Алла берҙәмлектәре кеүек булдығыҙ, сөнки улар йәһүдтәрҙән нисек яфа сикһә, һеҙ ҙә үҙ милләттәштәрегеҙҙән ыҙа күрҙегеҙ.


Был батшаларҙы алып килгәс, Йушағ бөтә исраилдарҙы йыйҙы һәм үҙе менән яуға барған һуғышсыларҙың башлыҡтарына: – Бында килегеҙ һәм аяғығыҙҙы был батшаларҙың муйындарына ҡуйығыҙ, – тип бойорҙо. Тегеләр килеп батшаларҙың муйындарына баҫты.


Мөхәббәттең нимә икәнен Мәсихтең беҙҙең өсөн йәнен биреүенән белдек. Беҙ ҙә имандаштарыбыҙ өсөн йәнебеҙҙе бирергә әҙер торорға тейешбеҙ.


Яхъянан Асия өлкәһендәге ете имандаштар берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Заттан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ