Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 15:31 - Изге Яҙма

31 Йәһүҙиәләге иманһыҙҙарҙың миңә зыяны теймәһен һәм Йәрүсәлимдәге имандаштар мин алып барған аҡсалата ярҙамды яҡшы ҡабул итһен өсөн доға ҡылығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

31 Йәһүҙиәләге иманһыҙҙарҙың миңә зыяны теймәһен һәм Иерусалимдағы имандаштар мин алып барған аҡсалата ярҙамды яҡшы ҡабул итһен өсөн доға ҡылығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

31 Йәһүҙиәләге иманһыҙҙарҙың миңә зыяны теймәһен һәм Йәрүсәлимдәге имандаштар мин алып барған аҡсалата ярҙамды яҡшы ҡабул итһен өсөн доға ҡылығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 15:31
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғәскәриҙәр башлығы Паулусты нығытмаға алып китергә әмер бирҙе. Уға ҡаршы шул тиклем аҡырыуҙарҙың сәбәбен белер өсөн, уны ҡамсылап һорау алырға бойорҙо.


Унда баш ҡаһиндар һәм йәһүд башлыҡтары, уның янына килеп, Паулусты ғәйепләне.


– Агриппас батша һәм бында ултырыусылар! – тине Фестус. – Йәрүсәлимдә лә, бында, Ҡайсареяла ла күп йәһүдтәр алдығыҙҙа торған кешегә зарланды. Ул йәшәргә тейеш түгел, тип ҡысҡырҙы улар.


– Раббым! Мин был кеше хаҡында, уның Йәрүсәлимдә Һинең изге халҡыңа ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар ҡылыуы тураһында күптәрҙән ишеттем.


Әммә Раббы уға: – Бар, кит, сөнки Мин был кешене башҡа халыҡтарға, батшаларға һәм Исраил халҡына исемемде танытһын өсөн ҡоралым итеп һайланым.


Ә хәҙер, имандаштарға хеҙмәт итеү өсөн, Йәрүсәлимгә юлланам,


Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефанас ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаяла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы.


Алла беҙҙе үлем дәһшәтенән ҡотҡарҙы һәм тағы ла ҡотҡарасаҡ әле. Киләсәктә лә ҡотҡарасағына ышанып, Уға өмөт бағлайбыҙ,


Улар беҙҙән Алланың изгеләренә ярҙам итеүҙә ҡатнаштырырға рөхсәт итеүебеҙҙе, оло мәрхәмәт һанап, ныҡышып һоранылар.


Асылда, изгеләргә ярҙам итеү тураһында һеҙгә яҙып тороу артыҡтыр,


Ышанысығыҙҙың ихласлығын иҫбат иткән был хеҙмәтегеҙҙе күреп, һеҙ асыҡтан-асыҡ һөйләп биргән Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә күндәм булыуығыҙ, үҙҙәре һәм башҡалар менән йомарт уртаҡлашыуығыҙ өсөн, кешеләр Алланы данлай.


Йәһүдтәр Раббы Ғайсаны ла, пәйғәмбәрҙәрҙе лә үлтерҙе, беҙҙе лә ҡыуып ебәрҙеләр. Улар Аллаға ла ярамай, барса кешеләргә лә ҡаршы.


боҙоҡ һәм яуыз кешеләрҙән арыныуыбыҙ өсөн дә доға ҡылығыҙ, сөнки бөтә кеше лә иманлы түгел бит.


Антиохияла, Иконионда, Лустрала эҙәрлекләүҙәргә һәм ғазаптарға дусар булыуымды беләһең бит. Ниндәй эҙәрлекләүҙәр аша үттем, барыһынан да Раббы мине ҡотҡарҙы!


Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ