Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 14:2 - Изге Яҙма

2 Кемдер, иманы буйынса, һәр төрлө ризыҡ хәләл тип уйлай, ә иманы көсһөҙ булғаны, гонаһ ҡылыуҙан ҡурҡып, йәшелсә генә ашай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

2 Кемдер, иманы буйынса, һәр төрлө ризыҡ хәләл тип уйлай, ә иманы көсһөҙ булғаны гонаһ ҡылыуҙан ҡурҡып, йәшелсә генә ашай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Кемдер, иманы буйынса, һәр төрлө ризыҡ хәләл тип уйлай, ә иманы көсһөҙ булғаны, гонаһ ҡылыуҙан ҡурҡып, йәшелсә генә ашай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 14:2
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла тағы ла былай тине: «Бына Мин һеҙгә орлоҡло бөтә үҫемлектәрҙе, эсендә орлоғо булған төрлө емеш ағастарын бирәм. Улар һеҙгә ризыҡ булыр.


Ерҙә хәрәкәт иткән һәр бер йән эйәһе, үҫемлектәр кеүек үк, һеҙгә аҙыҡ булһын, уларҙың барыһын да һеҙгә бирәм.


Һөйөү тулы урында тик йәшелсә генә ашау нәфрәт тулы урында һимеҙ тана ите ашауҙан яҡшыраҡ.


– Үтенеп һорайым, беҙҙе, ҡолдарыңды, һынап ҡара: әйҙә, беҙгә ун көн буйы йәшелсә менән һыу ғына бирһендәр.


Шул көндән башлап һаҡсы, уларға тәғәйен ризыҡ менән шарапты алып ҡалып, йәшелсә генә бирер булды.


Иманы көсһөҙ кешене ҡабул итегеҙ, әммә фекерҙәре тураһында бәхәсләшмәгеҙ.


Раббы Ғайсала булараҡ, мин беләм һәм ныҡлы ышанам: бер нәмә лә үҙенән-үҙе хәрәм булмай, ә берәйһе берәй нәмәне хәрәм тип уйлаһа, шул нәмә уның өсөн хәрәм була.


Ризыҡ арҡаһында Алланың эшен юҡҡа сығарма. Һәр ризыҡ саф, әммә ашаған аҙығың менән берәйһен гонаһҡа ҡотортһаң, дөрөҫ булмай.


Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәрешеп йөрөргә тейешбеҙ.


Ит баҙарында һатылған нәмәләрҙе тыныс күңел менән ашағыҙ, уның ҡайҙан алыныуы тураһында һорашмағыҙ.


Әммә һаҡ булығыҙ: һеҙҙең был азатлығығыҙ бер нисек тә көсһөҙҙәр өсөн абынырға сәбәп булмаһын.


Көсһөҙҙәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында көсһөҙ булдым. Нисек булһа ла, һис юғы бер нисәүһен ҡотҡарыу өсөн, мин бөтәһе өсөн барыһына әйләндем.


Яҡуп янынан ҡайһы берәүҙәр килгәнгә тиклем, Петрус иман ҡабул иткән мәжүсиҙәр менән бергә ашай ине, ә тегеләр килгәс ул, сөннәтләү яҡлы булғандарҙан ҡурҡып, ҡаса һәм ситләшә башланы.


Алла булдырған бөтә нәмә яҡшы һәм, әгәр рәхмәт менән ҡабул ителһә, бер нәмә лә кире ҡағылырға тейеш түгел,


Саф өсөн барыһы ла саф, ә иман тотмаған боҙоҡ кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә саф нәмә юҡ, сөнки уларҙың аҡылдары ла, намыҫтары ла боҙоҡ.


Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы, ә ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит.


Уларҙа ашау-эсеү, төрлө йыуыныу йолалары ғына күҙҙә тотола, былар – тышҡы яҡты ғына иҫәпкә алған ҡағиҙәләр һәм яңы тәртип урынлаштырғансы ғына үҙ көсөнә эйә була.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ