Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 12:17 - Изге Яҙма

17 Бер кемгә лә яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмағыҙ, киреһенсә, бар әҙәмдәр алдында изге эштәр ҡылырға тырышығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

17 Бер кемгә лә яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмағыҙ, киреһенсә, тормош рәүешегеҙ бөтөнөһө өсөн дә өлгө булып торһон.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Бер кемгә лә яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмағыҙ, киреһенсә, бар әҙәмдәр алдында изге эштәр ҡылырға тырышығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 12:17
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Артабан ул тоҡтарға иген тултырырға, һәр береһенең тоғона үҙҙәре алып килгән көмөштө кире һалып, юлға аҙыҡ бирергә бойорҙо. Шулай эшләнде.


«Яуызлыҡ өсөн ҡон ҡайтарам», – тимә, Раббыға тапшыр – Ул һине һаҡлар.


«Ул миңә нимә эшләне, мин дә уға шуны эшләйем, ғәмәленә күрә әжерен бирәм», – тимә.


бүләгеңде шунда ҡалдыр ҙа тәүҙә ҡайтып туғаның менән яраш, унан һуң ғына кире килеп, бүләгеңде бир.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: үҙеңә яуызлыҡ ҡылған кешегә ҡаршылыҡ күрһәтмә. Әгәр кемдер уң яңағыңа һуҡһа, һул яңағыңды ла ҡуй.


Һөйөклөләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Ҡон ҡайтарыу – Минән. Әжерен Үҙем бирермен, – ти Раббы».


Алла һеҙгә биргән яҡшы нәмә хурланмаһын.


Ят кешеләр менән, һәр уңайлы мөмкинлектән файҙаланып, аҡыллы мөғәмәлә итегеҙ.


Шулай итһәгеҙ, ят кешеләр алдында ихтирам ҡаҙанырһығыҙ һәм бер кемдә лә мохтажлыҡ кисермәҫһегеҙ.


Яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап биреүгә берегеҙгә лә юл ҡуймағыҙ; һәр ваҡыт үҙ-ара һәм бөтөнөһөнә лә яҡшылыҡ эшләгеҙ.


Шуға күрә, дошманға яманатын сығарырға бер ниндәй ҙә урын ҡалмаһын өсөн, йәш тол ҡатындарҙың никахҡа инеүҙәрен, бала табыуҙарын, йорт-ҡура ҡарауҙарын теләйем.


Мәжүсиҙәр араһында ҡылығығыҙға һүҙ тейҙермәҫлек булһын. Шул ваҡытта, хәҙер һеҙҙе яуызлыҡ ҡылыусылар тип яманлаһалар ҙа, игелекле эштәрегеҙҙе күреп, Алла килгән көндө Уны данларҙар.


әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам, саф выждан менән эшләгеҙ. Шул ваҡытта һеҙгә яла яғыусылар һәм Мәсихтәге тел тейҙермәҫ йәшәү рәүешегеҙ өсөн хурлаусылар оятҡа ҡалыр.


Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән түгел, киреһенсә, фатиха менән яуап ҡайтарығыҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн саҡырылғанһығыҙ һәм фатиха алырһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән:


Рут таңға тиклем уның аяҡ осонда йоҡланы ла, кеше күргеләгәнсе, иртүк торҙо. Боғаз: «Ырҙын табағына ҡатын-ҡыҙ килгәнен бер кем дә белмәһен ине», – тип уйлап


Әммә Раббы мәсехләгән батшаға ҡул күтәреүҙән мине Раббы Үҙе һаҡлаһын. Баш осондағы һөңгөһө менән һыулы һауытты алайыҡ та китәйек.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ