Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 10:15 - Изге Яҙма

15 Ебәрелмәгән булһа, нисек итеп берәйһе иғлан итә алыр? Изге Яҙмала: «Һөйөнөслө Хәбәр килтереүселәрҙең аяҡтары ниндәй күркәм!» – тип әйтелә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

15 Ебәрелмәгән булһа, нисек итеп берәйһе иғлан итә алыр? Изге Яҙмала: «Һөйөнөслө хәбәр килтереүселәрҙең килеүе ҡайһылай күңелле!» – тип әйтелә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Ебәрелмәгән булһа, нисек итеп берәйһе иғлан итә алыр? Изге Яҙмала: «Һөйөнөслө Хәбәр килтереүселәрҙең аяҡтары ниндәй күркәм!» – тип әйтелә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 10:15
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һөйөнсө килтергән Сион, бейек тауға сыҡ! Яҡшы хәбәр килтергән Йәрүсәлим, ҡысҡырып иғлан ит! Ҡурҡма, Йәһүҙә ҡалаларына ҡысҡыр: «Бына һеҙҙең Аллағыҙ!»


Тауҙар артылып хәбәр килтереүсенең Аяҡтары ниндәй күркәм! Ул тыныслыҡ тураһында һөйөнсө, Ҡотолоу хаҡында хәбәр алып килә. Сион халҡына: «Аллағыҙ батшалыҡ итә», – тип белдерә.


Маҡтау һүҙҙәре һалырмын. Йыраҡтағы-яҡындағыға ла тыныслыҡ-именлек булһын! Барыһын да шифалармын», – ти Раббы.


Раббы Хакимдың Рухы минең өҫтөмдә, Сөнки Раббы мине мәсехләне; Мохтаждарға һөйөнөслө хәбәр еткерергә, Йөрәге йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә, Әсирҙәргә азатлыҡ иғлан итергә, Тотҡондарға ирек хәбәрен әйтергә тип ебәрҙе.


Бына, Мин уйҙырма төштәрен һөйләгән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршымын! – тип белдерә Раббы. – Улар үҙҙәренең ялғандары һәм мәғәнәһеҙлектәре менән халҡымды юлдан яҙҙыра. Уларҙы Мин ебәрмәнем, уларға бойороҡ бирмәнем. Уларҙың был халыҡҡа бер ниндәй ҙә файҙалары юҡ, – тип белдерә Раббы. –


Бына, һөйөнсө килтереүсенең Аяҡтары тауҙар артыла. Ул тыныслыҡ иғлан итә! – Эй Йәһүҙә, байрамсыла байрамыңды, Биргән нәҙерҙәреңде үтә. Бынан ары һине залимдар тапамаҫ, Улар тулыһынса юҡ ителеп бөттө.


Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең уңышын урып алырға эшселәр ебәрһен, – тине.


Шунан һуң Раббы Ғайса, тағы етмеш ике шәкертте һайлап алып, барырға ниәтләгән һәр ҡала һәм ауылға уларҙы Үҙенең алдынан икешәрләп сығарып ебәрҙе.


– Ҡурҡмағыҙ! – тине уларға фәрештә. – Мин һеҙгә бөтә халыҡ өсөн ҙур шатлыҡ булырлыҡ ҡыуаныслы хәбәр килтерҙем:


– Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алла Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләргә ерҙә именлек булһын!


Шунан һуң Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Ун ике шәкерте Уның менән булды.


Ғайса тағы: – Именлек һеҙгә! – тип ҡабатланы. – Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм.


Алла, Ғайса Мәсих аша килгән тыныслыҡ хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләп, Исраил халҡына Үҙенең һүҙен ебәрҙе. Ғайса – бөтәһенең Хакимы.


– Туғандар! – тип һүҙен дауам итте Паулус. – Ибраһим нәҫеле балалары һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр! Ҡотҡарылыу хаҡындағы был хәбәр беҙгә ебәрелде.


Раббы миңә: «Бар, Мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтар янына ебәрәм», – тине.


Әммә Раббы уға: – Бар, кит, сөнки Мин был кешене башҡа халыҡтарға, батшаларға һәм Исраил халҡына исемемде танытһын өсөн ҡоралым итеп һайланым.


Шуға күрә һеҙгә, Рим ҡалаһында йәшәүселәргә лә, Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итергә атлығам.


Башҡалар нигеҙ һалған урында ҡормаҫ өсөн, мин Һөйөнөслө Хәбәрҙе Мәсихтең исеме билдәле булмаған урындарҙа вәғәзләргә тырыша инем.


Мәсих килгәс, һеҙгә – Алланан алыҫ тороусыларға ла, Аллаға яҡын булғандарға ла, татыулыҡ тураһында Һөйөнөслө Хәбәр иғлан итте.


Миңә, бөтә изгеләр араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


Именлек тураһында Һөйөнөслө Хәбәрҙе белдерергә әҙерлегегеҙҙе аяҡ кейеме итеп кейегеҙ.


Уларға үҙҙәре өсөн түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ