Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 1:23 - Изге Яҙма

23 мәңге үлемһеҙ Алланың шөһрәтен үлемле әҙәмдәргә, ҡоштарға, дүрт аяҡлыларға һәм һөйрәлеүселәргә оҡшаған һындарға алмаштырҙылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

23 Мәңге үлемһеҙ Алланың данын фани кешеләргә, ҡоштарға, дүрт аяҡлыларға һәм һөйрәлеүселәргә оҡшаған һындарға алмаштырҙылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 мәңге үлемһеҙ Алланың шөһрәтен үлемле әҙәмдәргә, ҡоштарға, дүрт аяҡлыларға һәм һөйрәлеүселәргә оҡшаған һындарға алмаштырҙылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 1:23
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һүҙен ебәреп уларҙы һауыҡтырҙы, Үлем соҡоронан ҡотҡарып алып ҡалды.


Алланы кемгә оҡшатырһығыҙ? Уны нимә менән сағыштырырһығыҙ?


Күҙегеҙҙе күккә күтәреп ҡарағыҙ: Быларҙың барыһын кем яратты? Йондоҙҙарҙы һанап сығарыусы, Һәр береһен исеме менән саҡырыусы – Раббы. Раббының бөйөк ҡөҙрәте, сикһеҙ ғәйрәте арҡаһында Уларҙың һис береһе юғалып ҡалманы.


Балта оҫтаһы ағасты еп менән үлсәй, Осло ҡорал менән һыҙып сыға, Ырып һырлай һәм күркәм кеше ҡиәфәтендә Изге урынға ҡуйыр өсөн бер бот яһай.


Ниндәйҙер халыҡ үҙенең илаһтарын, – Асылда улар ысын булмаһа ла, – алыштырғанмы? Минең халҡым иһә үҙенең Шөһрәтен Файҙаһыҙ боттарға алмаштырҙы!


Мин эскә индем. Ҡараһам: диуарға һәр яҡлап төрлө һөйрәлеүселәрҙең, ерәнгес хайуандарҙың, Исраил йорто табынған бөтә боттарҙың һүрәттәре уйылған ине.


Уның эсендә ерҙә йәшәгән һәр төрлө дүрт аяҡлы хайуандар, һөйрәлеүселәр һәм ҡоштар бар ине.


Шуға күрә, Алла нәҫеленәнбеҙ икән, Алланы кеше ниәте һәм оҫталығы менән яһалған алтын, көмөш йәки таш һынға оҡшаш тип уйларға тейеш түгелбеҙ.


Улар, Алла хәҡиҡәтен ялғанға алмаштырып, Бар ҡылыусыға түгел, ә Ул бар ҡылған нәмәләргә табынды һәм хеҙмәт итте. Бар ҡылыусыға иһә мәңгелек маҡтау яуһын! Амин.


Хәтерегеҙҙәлер, Мәсихкә ышанмаған сағығыҙҙа нимәлер һеҙҙе телһеҙ ялған илаһтарға этәрҙе.


Үҙеңә бер ниндәй ҙә бот яһама. Юғарыла – күк көмбәҙендә, түбәндә – ер өҫтөндә йәки ерҙән түбән һыуҙа йәшәгән йән эйәләренә оҡшатып, һын-һүрәттәр яһама.


Ғүмерегеҙҙең шаҡтай өлөшөн мәжүсиҙәр кеүек аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа, эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирҙегеҙ һәм ерәнгес ялған илаһтарға табынып уҙғарҙығыҙ.


Ошо бәлә-ҡазаларҙан үлмәй ҡалған кешеләр үҙҙәре ҡылған эштәргә тәүбә итмәне. Улар яуыз рухтарға һәм күрә лә, ишетә лә, йөрөй ҙә алмаған алтын, көмөш, баҡыр, таш һәм ағас һындарға табыныуҙан ваз кисмәне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ