Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Нөхәмияһ 9:37 - Изге Яҙма

37 Был ер үҙенең мул уңышын гонаһтарыбыҙ өсөн Һин беҙҙе баш һалырға дусар иткән батшаларға бирә. Беҙҙең менән дә, мал-тыуарыбыҙ менән дә улар ни теләһә, шуны эшләй, бик тә ҡыҫырыҡланып йәшәйбеҙ беҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Нөхәмияһ 9:37
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батшаға шул да мәғлүм булһын: әгәр ҙә мәгәр был ҡала төҙөлөп, диуарҙары аяҡҡа баҫтырыла икән, улар яһаҡ та, һалым да, юл һалымы ла түләмәйәсәк, батша ҡаҙнаһы зыян күрәсәк.


Бынан тыш, Алла йортон ҡайтанан төҙөүгә йәһүдтәрҙең аҡһаҡалдарына ярҙам итергә бойорам: эш туҡталмаһын өсөн кәрәк булғанды уларға кисектермәй биреп тороғоҙ. Сығымдарҙы Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәнән йыйылған яһаҡтан – батша ҡаҙнаһынан – түләгеҙ.


Тағы шуны белдерәм: Алла йортонда хеҙмәт иткән ҡаһиндар һәм левиҙәр, ҡорам йырсылары, ҡапҡа һаҡсылары, ҡорам хеҙмәтселәре һәм эшселәренең береһенә лә һалым да, юл һалымы ла, яһаҡ та һалынмаһын.


да былай тинем: – Беҙ үҙебеҙҙең сит халыҡтарға һатылған туғандарыбыҙ йәһүдтәрҙе бар хәлебеҙсә йолоп алдыҡ. Ә һеҙ үҙегеҙҙең туғандарығыҙҙы һатаһығыҙмы ни инде? Инде уларҙы яңынан һатып алайыҡмы? Улар яуап таба алмайынса өндәшмәй ҡалды.


Эҙебеҙгә баҫып баҫтырып киләләр беҙҙе, Тамам хәлдән тайҙыҡ, ял күргән юҡ.


Һеҙгә ҡаршы булырмын, һеҙ дошмандарығыҙҙан еңелерһегеҙ. Дошмандарығыҙ һеҙгә хаким булыр; һеҙҙе баҫтырыусы булмағанда ла ҡасырһығыҙ.


Уға: – Беҙ Ибраһим нәҫеленән, – тинеләр. – Бер ҡасан да бер кемдең дә ҡоло булманыҡ. Шулай булғас, нисек Һин: «Азат булырһығыҙ», – тиһең?


Һеҙҙе бөтөнләй белмәгән халыҡтар тупрағығыҙҙың уңышын, хеҙмәтегеҙҙең емешен ашар, ә һеҙ ғүмерегеҙҙе йәбер-яфала үткәрерһегеҙ.


Йөҙөм баҡсаһы үҫтерерһегеҙ, тәрбиәләрһегеҙ, әммә шарап эсә алмаҫһығыҙ, сөнки уларҙы ҡорт ашап бөтөр.


Раббы муйынығыҙға тимер ҡалып кейҙерер, һәм һеҙ, әжәлегеҙ еткәнсе ризыҡҡа, һыуға, кейемгә тилмереп, мохтажлыҡта дошмандарығыҙға хеҙмәт итерһегеҙ.


Һеҙҙе бөлдөрөп юҡ иткәнгә тиклем малығыҙҙы, ерегеҙҙең уңышын ашап бөтөр. Һеҙгә икмәк тә, шарап та, зәйтүн майы ла, һыйырҙарығыҙҙың быҙауҙарын, һарыҡтарығыҙҙың бәрәстәрен дә бирмәҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ