Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Нөхәмияһ 9:35 - Изге Яҙма

35 Хатта үҙҙәренең батшалығында Һин биргән бөйөк ниғмәттәр эсендә, иркен һәм уңдырышлы ерҙә лә улар Һиңә хеҙмәт итмәне, золом ҡылыуҙан кире ҡайтманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Нөхәмияһ 9:35
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар нығытылған ҡалаларҙы һәм уңдырышлы ерҙәрҙе баҫып алды, һәр төрлө байлыҡ менән тулған йорттарға, ташта уйып яһалған һыу соҡорҙарына, йөҙөм һәм зәйтүн ағасы баҡсаларына, бик күп емеш ағастарына хужа булды. Улар ашап-эсте, туйҙы, һимерҙе һәм Һинең сикһеҙ рәхмәт-мәрхәмәтеңдән ләззәтләнде.


Батшаларыбыҙ, түрәләребеҙ, ҡаһиндарыбыҙ, ата-бабаларыбыҙ Һинең ҡануныңды үтәмәне, биргән бойороҡтарыңды, күрһәтмәләреңде һанға һуҡманы.


Раббының тоғро һөйөүе хаҡында һөйләрмен, Маҡтауға лайыҡ ғәмәлдәре, Ул беҙгә эшләгән барыһы өсөн Уны данлармын; Үҙенең рәхим-шәфҡәте, бөйөк мөхәббәте менән Исраил халҡына күрһәткән ҙур изгелеген маҡтармын!


Кешеләр: „Аллабыҙ Раббы ни өсөн беҙгә бөтә быларҙы эшләне?“ – тип һораған ваҡытта, былай тип яуап бирерһең, Йермеяһ: „Һеҙ Мине ташланығыҙ, үҙ ерегеҙҙә сит илаһтарға хеҙмәт иттегеҙ. Шуға күрә сит ерҙәрҙә яттарға хеҙмәт итерһегеҙ“».


Әммә ул Минең ҡанун-ҡағиҙәләремә ҡаршы сыҡты, башҡа ҡәүемдәрҙән, тирә-яғындағы илдәрҙән дә былайыраҡ яуызлыҡ ҡылды, Минең ҡанундарымды кире ҡаҡты, ҡағиҙәләремде үтәмәне».


Муллыҡ заманында Аллағыҙ Раббыға шат күңелдән һәм ихлас йөрәктән хеҙмәт итмәгән өсөн


Раббы муйынығыҙға тимер ҡалып кейҙерер, һәм һеҙ, әжәлегеҙ еткәнсе ризыҡҡа, һыуға, кейемгә тилмереп, мохтажлыҡта дошмандарығыҙға хеҙмәт итерһегеҙ.


Баштарына һанһыҙ михнәттәр, хәсрәттәр килгәндә, был йыр уларға ҡаршы шаһит булыр, сөнки балалары был йырҙы теленән төшөрмәҫ. Бирергә ант иткән ергә алып ингәнгә тиклем үк, Мин уларҙың нимә ниәтләгәнен беләм.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ