Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Нөхәмияһ 9:34 - Изге Яҙма

34 Батшаларыбыҙ, түрәләребеҙ, ҡаһиндарыбыҙ, ата-бабаларыбыҙ Һинең ҡануныңды үтәмәне, биргән бойороҡтарыңды, күрһәтмәләреңде һанға һуҡманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Нөхәмияһ 9:34
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Исраил һәм Йәһүҙә халҡын бөтә пәйғәмбәрҙәре һәм әүлиәләре аша киҫәтеп: «Яман юлдарығыҙҙы ташлағыҙ, ата-бабаларығыҙға биргән һәм ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша һеҙгә еткергән ҡанунымдағы бойороҡ-ҡағиҙәләремде үтәгеҙ», – тине.


Раббының ҡанундарынан, ата-бабалары менән төҙөгән килешеүенән, күрһәтмәләренән ваз кисеп, мәғәнәһеҙ боттарға табындылар һәм үҙҙәре лә мәғәнәһеҙгә әйләнделәр. Раббының эргә-тирәләрендәге ҡәүемдәр һымаҡ эшләмәҫкә бойороуына ҡарамаҫтан, тап шулар кеүек йәшәй башланылар.


Сөнки ата-бабаларыбыҙ тоғролоҡ һаҡламаны, Аллабыҙ Раббыға хуш килмәҫтәйҙе ҡылып йөрөнө, Уны ташланы, Раббы торлағынан йөҙ сөйөрөп, уға арҡалары менән боролдо.


Йә, Алла, ошонан һуң беҙ нимә әйтә алабыҙ? Беҙ һинең бойороҡтарыңды һанға һуҡманыҡ бит.


Һин күп йылдар буйына уларға түҙҙең. Пәйғәмбәрҙәрең ярҙамында Үҙеңдең рухың менән уларҙы өгөтләнең, әммә улар тыңламаны. Һин уларҙы сит халыҡтар ҡулына бирҙең.


Беҙҙең менән нимә генә булһа ла, Һин ғәҙел эш иттең, сөнки Һин тоғроһоң, ә беҙ яуызлыҡ ҡылдыҡ.


Хатта үҙҙәренең батшалығында Һин биргән бөйөк ниғмәттәр эсендә, иркен һәм уңдырышлы ерҙә лә улар Һиңә хеҙмәт итмәне, золом ҡылыуҙан кире ҡайтманы.


Сөнки улар әйткәндәремә ҡолаҡ һалманы, – тип белдерә Раббы. – Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ҡабат-ҡабат ебәрҙем, әммә уларҙы тыңларға теләмәнеләр, – тип белдерә Раббы. –


Беҙ нәҙер иткәндәребеҙҙең барыһын да мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ: Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтеүебеҙҙе, уға түкмә ҡорбан килтереүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Үҙебеҙ ҙә, ата-бабаларыбыҙ ҙа, батшаларыбыҙ һәм түрәләребеҙ ҙә Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шулай эшләй торғайныҡ. Ул ваҡытта туҡ, бәхетле булдыҡ, бәлә-ҡаза күрмәнек.


„Мине нәфрәтләндергән был әшәкелектәрҙе ҡылмағыҙ!“ – тип әйтергә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем, күп тапҡырҙар ебәрҙем.


Әммә ул Минең ҡанун-ҡағиҙәләремә ҡаршы сыҡты, башҡа ҡәүемдәрҙән, тирә-яғындағы илдәрҙән дә былайыраҡ яуызлыҡ ҡылды, Минең ҡанундарымды кире ҡаҡты, ҡағиҙәләремде үтәмәне».


Һинең исемеңдән беҙҙең батшаларға һәм хакимдарға, беҙҙең ата-бабаларыбыҙға, илебеҙҙең барлыҡ халҡына мөрәжәғәт иткән ҡолдарың пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламаныҡ.


Баштарына һанһыҙ михнәттәр, хәсрәттәр килгәндә, был йыр уларға ҡаршы шаһит булыр, сөнки балалары был йырҙы теленән төшөрмәҫ. Бирергә ант иткән ергә алып ингәнгә тиклем үк, Мин уларҙың нимә ниәтләгәнен беләм.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ