Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Нөхәмияһ 9:27 - Изге Яҙма

27 Шунан Һин уларҙы дошмандар ҡулына бирҙең, иҙелеүгә дусар булды улар. Әммә үҙҙәренә ауыр мәлдә Һиңә ялбарғас, күктән тороп Һин уларҙы ишеттең, икһеҙ-сикһеҙ мәрхәмәтеңде күрһәтеп, ҡотҡарыусылар ебәрҙең, улар халыҡты дошмандарынан ҡотҡарҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Нөхәмияһ 9:27
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы исраилдарға бер ҡотҡарыусы ебәрҙе. Шулай итеп, халыҡ арамиҙар золомонан ҡотолдо һәм элеккесә үҙ сатырҙарында тыныс йәшәй башланы.


Раббы Исраилдың исемен ер йөҙөнән юҡ итергә теләмәгәнгә күрә, уларҙы Яровғам Йеһоаш улы аша ҡотҡарҙы.


Бынан һуң Раббы тотош Исраил тоҡомонан баш тартты, уларҙы дошмандары ҡулына биреп язаланы, һәм, ниһайәт, хозурынан бөтөнләй ҡыуҙы.


Бары тик Аллағыҙ Раббыға ғына табынығыҙ һәм Ул һеҙҙе бөтә дошмандарығыҙҙан ҡотҡарыр, – тигәйне.


Раббы уларға халдейҙар батшаһын ебәрә. Шул батша Изге торлаҡта уларҙың егеттәрен ҡылыстан үткәрә. Егет-еләнгә лә, ҡыҙ-ҡырҡынға ла, ҡарт-ҡороға ла аяу булмай: Алла уларҙың барыһын да ошо батша ҡулына тапшыра.


Һин уларға сикһеҙ мәрхәмәт күрһәттең – уларҙы сүллектә ҡалдырманың. Улар барған юлда көндөҙ баштары өҫтөнән болот бағанаһы китмәне, ә төндә барыр юлдарын ут бағанаһы яҡтыртты.


Һеҙгә ҡаршы булырмын, һеҙ дошмандарығыҙҙан еңелерһегеҙ. Дошмандарығыҙ һеҙгә хаким булыр; һеҙҙе баҫтырыусы булмағанда ла ҡасырһығыҙ.


Халыҡтың ҡотолоп иҫән ҡалғандары, Сион тауына күтәрелеп, Ғаяз тауына хакимлыҡ итер. Раббы батшалығы башланыр.


Раббы уларға хаким ебәргәндә, шул хаким менән Үҙе була торғайны. Хаким иҫән саҡта исраилдарҙы дошмандарынан ҡотҡарыр булды, сөнки иҙеүселәрҙән һәм ҡыҫырыҡлаусыларҙан иңрәгән халыҡты йәлләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ