Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Нөхәмияһ 9:24 - Изге Яҙма

24 Уларҙың тоҡомдары килеп, шул ергә хужа булды. Һин был ер кешеләрен, ҡәнғәниҙәрҙе, уларға буйһондорҙоң; батшаларын, шул ерҙәге халыҡтарҙы уларҙың ҡулына биреп, ни теләһәләр, шуны ҡылырға ихтыяр ҡуйҙың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Нөхәмияһ 9:24
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һеҙгә һәр яҡлап именлек биргән Аллабыҙ Раббы һеҙҙең менән түгелме ни? Ул был ерҙә йәшәгән бар халыҡты минең ҡулыма тапшырҙы, был ер Раббы менән Уның халҡына буйһондо.


Йәһүдтәр бөтә дошмандарын ҡылыстан үткәрҙе, үлтерҙе, ҡырып һалды. Үҙҙәренә нәфрәт тотҡандар менән нисек теләйҙәр, шулай эшләнеләр.


Ә бына „дошмандарға табыш булыр инде“ тигән балаларығыҙҙы Мин унда индерермен, һеҙ баш тартҡан ерҙәрҙе улар белер.


шулай иткәндә, улар, иҫкә килеп, үҙ ихтыярына буйһондорған Иблис тоҙағынан ҡотолор.


Шулай итеп, Йушағ был ерҙәрҙе – таулыҡтарҙы, Негевты, Шефеланы һәм тау битләүҙәрен – яулап алды һәм, уларҙың батшаларын тар-мар итеп, унда йәшәүселәрҙе, Исраил Аллаһы Раббы ҡушҡанса, харам ҡылып, һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып бөтөрҙө.


Раббы Мусаға әйткәнсә, Йушағ был ерҙәрҙең барыһын да яулап алды һәм Исраилдың бөтә нәҫел тармаҡтарына биләмәгә бүлеп бирҙе. Ниһайәт, һуғыш тамамланды һәм илдә тыныслыҡ урынлашты.


Ғәғлон батшаһы, Гәзәр батшаһы,


Тирса батшаһы, йәмғеһе – утыҙ бер батша.


Ерҙәрҙе тулыһынса яулап алғандан һуң, Исраил йәмғиәте Шилола йыйылып, Осрашыу сатыры ҡорҙо.


Раббы Исраил халҡының ата-бабаларына ант иткәнсә, был ерҙәрҙең барыһын да исраилдарға бирҙе. Улар был ерҙәргә хужа булып, шунда төйәкләнде.


Исраилдарға Раббы биргән игелекле вәғәҙәләрҙең береһе лә үтәлмәй ҡалманы – барыһы ла ғәмәлгә ашты.


Алла ул көндө Ҡәнғән батшаһы Явинды Исраил халҡына буйһонорға мәжбүр итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ