21 Ҡырҡ йыл буйына туҡландырҙың һин уларҙы сүллектә; һис бер мохтажлыҡ кисермәне улар – кейемдәре туҙманы, аяҡтары шешенмәне.
Бөтөн булмышым менән әйтермен: «Кем Һиңә оҡшаш, эй Раббы? Көсһөҙҙө көслөнән аралайһың, Ярлы менән хәйерсене Талаусынан ҡотҡараһың!»
Исраил халҡы ҡырҡ йыл буйы – кеше йәшәр ергә аяҡ баҫҡансы – ошо майҙә менән туҡланды. Ҡәнғән ере сиктәренә килеп еткәнсе улар майҙә менән ризыҡланды.
Эй Исраил нәҫеле, сүлдә ҡырҡ йыл буйына һеҙ Миңә ҡорбан йәки икмәк саҙаҡалары килтерҙегеҙме ни?
Сүлдә ҡырҡ йыл буйы уларға ҡарата түҙемлек һаҡлаған.
Аллағыҙ Раббы барлыҡ ғәмәлдәрегеҙгә фатихаһын бирҙе. Был мөһабәт сүллектә йөрөгән сағыңда гел һеҙҙе ҡурсаланы. Бына ҡырҡ йыл инде Аллаң Раббы һеҙҙең менән һәм бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисергәнегеҙ юҡ».
«Һеҙҙе ҡырҡ йыл буйы сүллектә йөрөттөм, өҫтөгөҙҙәге кейемегеҙ иҫкермәне, аяҡ кейемегеҙ туҙманы, – ти Раббы. –
Аллаң Раббы һеҙҙе ҡырҡ йыл буйына сүлдә йөрөткән оҙон юлды онотма! Бойороҡтарын үтәрһеңме, күңелеңдә ниҙәр бар – Ул шуларҙы белер, һине баҫалҡыландырыр өсөн, һине һынауҙарға дусар итте.
Ҡырҡ йыл буйы өҫтөңдәге кейемең дә туҙманы, аяғың да шешмәне.