18 Улар үҙҙәренә башмаҡ һыны ҡойоп, беҙҙе Мысырҙан сығарған аллабыҙ бына ошо тип, сикһеҙ хурлаһалар ҙа,
Әммә тора-бара улар буйһонмай башланы, Һиңә ҡаршы фетнә күтәрҙе, ҡануныңды һанға һуҡманы, Һиңә кире ҡайтырға өгөтләгән пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙе, Һине сикһеҙ хурланы.
Эй Исраил нәҫеле, сүлдә ҡырҡ йыл буйына һеҙ Миңә ҡорбан йәки икмәк саҙаҡалары килтерҙегеҙме ни?