Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Нөхәмияһ 9:15 - Изге Яҙма

15 Асыҡҡанда Һин уларға күктән икмәк төшөрҙөң, сарсаған саҡтарында таштан һыу сығарҙың, ҡулыңды күтәреп, уларға бирергә Үҙең ант иткән ерҙе барып биләргә ҡуштың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Нөхәмияһ 9:15
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Ибрам Содом батшаһына: – Мин Раббыға, күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Аллаға, ҡулымды күтәреп ант итәм.


Уларға өгөт-нәсихәт өсөн Һин игелекле рухыңды бирҙең, Үҙең биргән майҙәне ауыҙҙарынан тартып алманың, һыуһындарын ҡандырырға һыу бирҙең.


Йә Раббы, Һин йәнемде үлемдән, Күҙҙәремде йәштән, Аяғымды һөрөнөүҙән йолоп алдың.


Раббы Мусаға: – Мин һеҙгә күктән икмәк яуҙырырмын, кешеләр көн һайын сығып, бер көнгә күпме кәрәк, шул тиклем генә йыйһын, – тине. – Мин иһә уларҙы һынаясаҡмын: ҡануным буйынса йәшәйҙәрме улар, әллә юҡмы?


Әммә халыҡ үлем сигенә етеп һыуһағайны, шуға күрә Мусаны: – Ниңә һин беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтың? Беҙҙе, бала-сағаны, мал-тыуарҙы сарсатып үлтерер өсөнмө? – тип битәрләнеләр.


Мин Хорев тауында бер ҡая өҫтөндә һинең алдыңда торормон. Таяҡ менән ҡаяға һуғыуың булыр, унан һыу урғылып сығыр – әйҙә, эсһен халыҡ. Муса Исраил аҡһаҡалдарының күҙ алдында шулай эшләне.


Мин һеҙҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып барырмын, уны һеҙгә биләмәгә бирермен. Мин – Раббы».


Сүллектән алып сыҡҡанда, һыуһыҙ интекмәнеләр; Улар өсөн ҡаянан һыуҙар ағыҙҙы; Ҡая ярҙы, унан һыу атылып сыҡты.


Килеп, ул ергә хужа булдылар, әммә Һинең әйткәндәреңә ҡолаҡ һалманылар, ҡануныңды үтәмәнеләр, улар ҡушҡандарыңдың береһен дә эшләмәнеләр, шуның өсөн Һин уларға ошо бәләләрҙе ебәрҙең.


Мин сүлдә уларға ҡулымды күтәреп ант иттем: уларҙы иң гүзәл ергә, һөт һәм бал ағып ятҡан ергә алып инмәйәсәкмен.


Мин ҡулымды күтәреп һеҙҙе йәшәтергә ант иткән ергә Йефунне улы Калев менән Нун улы Йушағтан башҡа бер кемде лә индермәм.


Ҡарағыҙ! Аллағыҙ Раббы был ерҙе һеҙгә бирҙе. Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы ҡушҡанса, барығыҙ, уны биләгеҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡыйыу булығыҙ!»


Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!»


Ул һине аслыҡ менән интектереп баҫалҡыландырҙы. Һуңынан һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән майҙә менән туйындырҙы. Кешенең икмәк менән генә түгел, ә Раббы әйткән һәр бер һүҙ менән дә йәшәгәнен белдерер өсөн эшләне быны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ