13 Һин Синай тауына төштөң, улар менән күктән тороп һөйләштең, ғәҙел күрһәтмәләр, дөрөҫ ҡанундар, һәйбәт ҡағиҙәләр һәм бойороҡтар бирҙең.
Уның һеҙгә яҙған ҡағиҙәләрен, ҡарарҙарын, ҡанун һәм бойороҡтарын һәр ваҡыт еренә еткереп үтәгеҙ, башҡа илаһтарға табынмағыҙ.
Бына ошо Ғөзәйер Бабилдан ҡайтырға сыға. Ул Исраил Аллаһы Раббы тарафынан Мусаға бирелгән ҡанунды яҡшы белгән ғилем эйәһе була. Аллаһы Раббының ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, батша Ғөзәйерҙең һәр теләген бойомға ашыра ине.
Яугирҙең осло уҡтары! Артыш ағасының утлы ҡуҙы!
Муса уларға: – Быны Раббы шулай ҡушты: иртәгә – шәмбе, Раббыға бағышланған изге ял көнө. Бөгөн теләгәнсә бешерегеҙ, теләгәнсә төшөрөгөҙ, артҡанын иртәгәгә ҡалдырығыҙ, – тине.
иртәнән һуңға әҙерләнһендәр. Сөнки иртәнән һуң бөтә халыҡтың күҙ алдында Раббы Синай тауына төшәсәк.
Бына Алланың Исраил халҡына әйткән һүҙҙәрҙе. Ул былай тине:
Раббы Мусаға былай тине: – Исраил халҡына әйт: күктән һеҙҙең менән һөйләшкәнемде һеҙ үҙегеҙ күрҙегеҙ.
Йә Раббы, әгәр күктәрҙе ярып төшһәң икән! Ул сағында утта сыбыҡ-сабыҡ дөрләгән, Һыу бығырҙап ҡайнағандай, Хозурыңда тауҙар тетрәп китер ине! Дошмандарыңа исемеңде танытыр инең, Ҡәүемдәр алдыңда тетрәп торор ине!
Беҙ көтмәгән дәһшәтле ғәмәлдәрҙе ҡылғаның, Ергә төшкәнең, тауҙарҙы алдыңда ҡалтыратҡаның бар.
Алла – Темандан, Изге Зат Паран тауынан килде. Села Бөйөклөгө ҡапланы күктәрҙе, Уның шөһрәте ерҙе тултырҙы.
Әгәр ҙә мин үҙем теләмәгәнде эшләйем икән, ҡанундың яҡшы булыуы менән килешәм.
Ул былай тине: – Раббы Синай тауынан килде, Ул беҙгә таңдай Сеғирҙан тыуҙы, Паран тауынан нур сәсте, Ун меңләгән изгеләре менән килде, Уң ҡулында ҡанун уты яна ине.
Ут эсенән һөйләшкән Алланың тауышын ишетеп тә иҫән ҡалған һеҙҙең кеүек башҡа берәй халыҡ бармы?
Раббы һеҙгә өгөт-нәсихәт биреү өсөн күктән Үҙенең тауышын ишеттерҙе; ерҙә Ул һеҙгә бөйөк ут-ялҡынын күрһәтте, һәм ут эсенән һеҙ Уның һүҙҙәрен ишеттегеҙ.
Бөгөн мин һеҙгә биргән был ҡанун һымаҡ ғәҙел ҡағиҙәләре һәм ҡарарҙары булған башҡа берәй бөйөк халыҡ бармы?
Раббы тауҙа ут эсенән һеҙҙең менән йөҙгә йөҙ килеп һөйләште.