17 Әсирлектән ҡайтҡан барса халыҡ ҡыуыш яһап, шунда йәшәне. Нун улы Йушағ дәүеренән алып, ошо көнгә тиклем Исраил халҡының быны эшләгәне юҡ ине. Халыҡтың шатлығының сиге булманы.
Был көн Раббы хозурында ҙур шатлыҡ менән ашап-эсәләр. Дауыт улы Сөләймәнде тағы бер тапҡыр батша тип иғлан итәләр. Раббы алдында Сөләймән менән Садоҡтың башына зәйтүн майы һөртөп, Сөләймәнде юғары хаким итеп, ә Садоҡты ҡаһин итеп мәсехләйҙәр.
Йәрүсәлимдә иҫ киткес шатлыҡ хөкөм һөрә, Исраил батшаһы Сөләймән Дауыт улы заманынан бирле бындай хәл күрелгәне булмай.
Исраилдар бындай Ҡотҡарылыу байрамын Шемуил пәйғәмбәр дәүеренән бирле үткәргәне булмай. Исраил батшаларынан Йошияһ, уның осорондағы ҡаһиндар, левиҙәр, бөтә йәһүҙиҙәр, исраилдар, Йәрүсәлимдә йәшәүселәр үткәргән кеүек Ҡотҡарылыу байрамын бер батша ла билдәләмәгән була.
Быны ул көндәлек ҡағиҙә буйынса, Мусаның күрһәтмәләренә ярашлы, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, йыл эсендәге өс байрамда – Сөсө икмәк, Аҙналар, Ҡыуыш байрамдарында килтерер була.
Ҡанунда яҙылғанса, Ҡыуыш байрамы үткәреп, көн һайын тәғәйенләнгән һанда тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙеләр.
Һүҙ Кеше булды ла арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның шөһрәтен – Атаның берҙән-бер Улында булған шөһрәтен күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.
Аллаң һайлаған урында Раббы барлыҡ уңышыңа һәм эштәреңә фатиха биргәнгә шатланып, Аллаң Раббы хөрмәтенә ете көн буйы байрам ит. Рәхәтләнеп күңел ас!
Бөтә был кешеләр имандарын һаҡлап үлгән. Улар үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алмайынса, йыраҡтан ғына күргән һәм сәләмләгән. Был донъяла үҙҙәренең ваҡытлыса йәшәгән сит кешеләр һәм килмешәктәр генә икәнлектәрен танығандар.
Иман менән ул үҙенә вәғәҙә ителгән ергә килеп урынлашып, килмешәк булып сатырҙа йәшәй. Уның кеүек, Исхаҡ менән Яҡуп та сатырҙа йәшәй. Улар ҙа уның менән бергә Алла вәғәҙә иткәнде алырға тейеш була.
Йушағ уларҙы тыныс-имен урынға килтергән булһа, Алла бынан һуң тыуыр ниндәйҙер башҡа көн тураһында әйтмәҫ ине.
Раббы ҡоло Муса үлгәндән һуң, Раббы уның ярҙамсыһы Нун улы Йушағҡа былай тине: