31 Диуарҙың артабанғы өлөшөн – Алла йорто хеҙмәтселәре һәм сауҙагәрҙәр бинаһына (ул бина Тикшереү ҡапҡаһы ҡаршыһында) һәм өҫкө бүлмәһе булған диуар мөйөшөнә тиклем – көмөшсө Малкияһ төҙөкләндерҙе.
Шимға – Михаилдың, Михаил – Бәғәсеяһтың, Бәғәсеяһ – Малкияһтың,
Унан арыраҡ диуарҙы Шәләмъяһ улы Хананъяһ менән Салафтың алтынсы улы Ханун төҙәтте. Уларҙың йәнәшәһендә Бәрәхъяһ улы Мешуллам үҙ торлағына ҡаршы урынды рәткә килтереп ҡуйҙы.
Ә мөйөштәге юғары бүлмәнән башлап Һарыҡ ҡапҡаһына тиклемге урынды көмөшсөләр менән сауҙагәрҙәр йүнәтте.
Уларҙан ары Харһаяһ улы көмөшсө Ғуззиил, уның янында хушбуй оҫтаһы Хананъяһ эшләне. Улар Йәрүсәлим диуарҙарын Киң диуарға тиклем аяҡҡа баҫтырҙы.