24 Хенадад улы Биннуй Ғазаръяһ йортонан алып мөйөшкә, боролған ергә тиклемге урынды төҙөкләндерҙе.
Йешуағ, уның улдары менән ағай-энеләре, Ҡадмиил менән уның улдары (Һодауъяһ нәҫеле), бер кешеләй булып, Алла йортон төҙөүселәрҙең эш барышын күҙәтә башланы. Хенадад нәҫелдәре уларға ярҙам итте. Улар барыһы ла левиҙәр ине.
уларҙың ағай-энеләре: Шеванъяһ, Һодияһ, Ҡылита, Пелаяһ, Ханан,
Левиҙәр: Азанъяһ улы Йешуағ, Хенадад нәҫеленән Биннуй, Ҡадмиил,
Артабанғы өлөштө аяҡҡа баҫтырыу эшен Харим улы Малкияһ менән Пахаҫ-Моав улы Хашшув алып барҙы. Улар Мейестәр манараһын да төҙәтеп ҡуйҙы.
Артабан ҡорал һаҡлағысҡа күтәрелгән юл ҡаршыһында, мөйөшкә тиклем, Миспа биҫтәһенең башлығы Йешуағ улы Ғезәр эшләне.
Улар артынан үҙ өйҙәренең ҡаршыһында Бинйәмин менән Хашшув эшләне; артабан үҙ йорто янындағы урынды Ғананияһ улы Мағасеяһтан тыуған Ғазаръяһ төҙәтте.
Унан да арыраҡ – алғараҡ сығып торған ҙур манара ҡаршыһынан Ғофел диуарына тиклем Теҡоға кешеләре эшләне.